-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
28 Июнь 2022, 14:00

Кеше танаһы

Светлана апайым кейәүгә сыҡты. Атайым менән әсәйем­дең йәштәргә: – Бер башмаҡ!.. – тип һөрән һалғандары ҡолаҡҡа кереп ҡал­ған.

Кеше танаһы
Кеше танаһы

Тыныс ҡына йәшәп ятҡанда, башыма бер бәлә булды ошо баш­маҡ тигәндәре. Һыйырыбыҙ көтөүҙән ҡайта, ә теге ҡайт­май ҙа ҡуя. Әсәйемдең көн һа­йын уны эҙләтеүе тамам үҙәккә үтте бит.
Рәхәтләнеп иптәш ҡыҙҙарым менән уйнап йөрөгән ерҙән са­ҡырып ала ла көтөүҙе ҡаршы­ларға ҡуша. Алаҡайҙы ҡайтыу яғына бороп, илай-илай саҡ алып ҡайтам.
Шулай этләнә торғас, башыма бик аҡыллы уй килде бит, әй. «Ни эшләп әле мин кеше баш­мағын баҫтырып йөрөйөм?– ти­нем дә, тананы апайым ме­нән еҙнәм йәшәгән йортҡа алып барып һарайҙарына индереп яптым да ҡуйҙым.
– Алаҡайҙы туйҙа һеҙгә бир­ҙеләр, шулай булғас, уны үҙегеҙ ҡарағыҙ! Ул бит Алаҡай түгел, ә Ҡасҡалаҡ!.. – тип эре генә ба­ҫып ҡайтып киттем.
Өйгә ҡайтып инеүем булды, тананы таптыралар бит әй. Күп уйлап тормай, уны хужалар һарайына индереп ябыуым ту­раһында әйттем.
Атайым миңә оҙаҡ ҡына ҡа­рап торғандан һуң:
– Эй, ҡыҙым, бик дөрөҫ эшлә­гән­һең, туйҙа әйтеүен әйттек тә, Алаҡайҙы һаман да бирмә­гәнбеҙ шул. Ярай, ҡыҙым менән кейәүгә тигән мал бит инде, үҙ­ҙәре ҡараһындар,– тип мы­йыҡ аҫтынан йылмайҙы ла, шу­ның менән эш тә бөттө.
Иң мөһиме – мин танаҡайҙан, танаҡай минән ҡотолдо. Әйҙә, хәҙер күпме теләй, шул хәтле ҡасып йөрөһөн.

Л. РАЯНОВА.

Фото: tipik.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: