+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
30 Июнь 2022, 10:00

Иғландарҙан

“Филология фәндәре кандидаты ваҡытлыса йәшәп тырыу өсен фатыр эҙләй”.

Иғландарҙан
Иғландарҙан

“Ҙур булмаған ДАИ посы һатам. Машиналар күп үтә торған ерҙә урынлашҡан. Йәки океандағы ҙур булмаған утрауға алмашам”.
“Йәшмен, матурмын. Аҡсаға мохтажлығым юҡ. Ике юғары белемгә эйәмен. Фатирым, текә иномаркам бар. Бер кемде лә эҙләмәйем, бер нәмә лә һатма­йым, кейәүгә сығырға йыйынмайым. Маҡтанам ғына”.
"Өй йыйыштырыусы хеҙмәте. Беҙҙең девиз: "Теләһә ҡайһы фа­тирҙы таҙартабыҙ".
"Запас частар өсөн баян һа­там".
“Иғтибар, акция! Өс йәшник араҡы һатып алһағыҙ, санитар­ҙар өйөгөҙ янында түләүһеҙ дежур итәсәк! (Шарап магазинын­дағы яҙыуҙан).
“Насар ғәҙәттәре булмаған егет ошо ғәҙәттәрҙе өйрәтеүсе ҡыҙ менән таныша”.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: