+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
30 Июнь 2022, 13:00

Рәсәй һыйыры

Һинд Рәсәйгә уҡырға килгән. Ашханала нимә бар, шуны ашай икән.– Һыйыр ите эләкһә? – тип һорағандар.– Был Рәсәй һыйыры. ***

Рәсәй һыйыры
Рәсәй һыйыры

– Ғәли, йомаҡ сис: Англияла тыуған, Бразилияла үҫкән, Рә­­сәйҙә үлгән? Ни­мә ул?
– ?
– Футбол...
***
Һәр ҡытай үҙ ғүмерендә өс әйбер эшләргә тейеш: кроссовка, джинсы һәм телефон.
***
По Тай, Во Нюнь, Жуй На самолетта оса. Әңгәмәне По башлай:
– Күҙ алдына килтерәһегеҙме, мин хәҙер мең юанлыҡ бер аҡ­саны ергә ташлаясаҡмын, ҡы­тай ҡәрҙәшем табып шатла­на­саҡ.
Во:
– Ә мин бишәр йөҙлөк ике аҡса ташлайым. Әйҙә ике ҡытай ҡыуанһын!
Жуй:
– Йөҙәр юанлыҡ ун аҡса. Ун кеше бәхетле буласаҡ.
Быларҙы тыңлап барған летчик:
– Үҙегеҙҙе ташлаһағыҙ, бөтә донъя шатланыр ине, – тигән.
***
– Һеҙ тажиктар менән бөтә донъя тулған, ә илегеҙ бәләкә-ә-әй генә, хатта глобустан та­бырлыҡ түгел.
– Эээ, беҙҙең ил – тотош донъя, ә Тажикстан офисыбыҙ ғына!
***
Ҡырғыҙ, үзбәк һәм тажик гастарбайтер булып "Пётыр­бург"­ҡа барған. Ҡырғыҙ ғына иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан. Тегенән: "Һин нисек ҡайта алдың?" – тип һорағандар. "Бик анһат! Муйыныма "Турист" тигән табличка эл­дем дә эш беште", – тип яуап­лаған ул.
***
– Һинд киноһы нимә ул?
– Фильм башланғанда стенала мылтыҡ эленеп тора, ә кино аҙағында ул йырлап бейей.
***
Ҡаҙаҡ үзбәккә ҡунаҡҡа килә. Бер көн тора, ике көн. Аҙна үтә, икенсеһе башлана... Ҡаҙаҡ ту­ғаны ҡайтып китергә уйламай ҙа, ә уның һарыҡтары ашатыл­маған, баҫыуы һөрөлмәгән. Моң­һоу ғына йөрөп ятҡанда татарҙы осратҡан:
– Ниңә кәйефең юҡ, әкә?
Үзбәк ҡаҙаҡ, баҫыу, һарыҡтар тураһында һөйләй.
– Әкә, ә һин уға бишбармаҡ ашаттыңмы? Иң һимеҙ һары­ғыңды һуйып, бишбармаҡ ме­нән һыйла, ул шунда уҡ ҡайтып китер, – тип кәңәш итә татар.
Үзбәк кәңәшкә ҡыуана. Һарыҡ һуйып, бишбармаҡ әҙерләй. Ҡаҙаҡ ашай, һурпаһын эсә. Ирендәрен һөрткәс, аты янына китә.
– Ниңә бик иртә ҡуҙғалаһың, тағы ла ҡунаҡ булыр инең, – ти үзбәк хөрмәт йөҙөнән.
– Ооо, яҡшы, тик атымды ҡайҙа бәйләйем икән?
Үзбәк:
– Минең оҙо-о-он телемә!

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: