+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
30 Июнь 2022, 16:00

Ғәйеплене эҙләгәндә

(Фельетон урынына) Аллаһы Тәғәлә кешене донъя­­ға ирекле итеп ярат­ҡан. Хәйер, әҙәм балаһы ғына түгел, донъялағы бөтә тереклек тә иреккә ынтыла. Бары тик иректә генә тереклек эйә­ләре үҙҙәрен бәхетле тоя.

Ғәйеплене эҙләгәндә
Ғәйеплене эҙләгәндә

Әгәр ҙә тотҡондан: “Бәхет нимә ул?” – тип һораһаң, ул мотлаҡ: “Ирек!” – тиәсәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бы­на ошо бәхеттән мәхрүм бул­ғандар ҙа байтаҡ шул. Иң насары – ҡайһы бе­рәүҙәр тимер рәшәткә артына бала саҡтан уҡ килеп эләгә. Быға, әлбиттә, иң беренсе сиратта улар үҙҙәре ғәйепле. Һәм үҙҙәре генә лә түгел. Йыш ҡына енәйәт ҡылған балалар тәрбиәләнгән ғаиләләр камил булмай: улар йә тарҡалған, йә эскелеккә бирелгән, йә хоҡуҡ нормаларын һанға һуҡмай, харам мал табыу ысулы менән донъя кө­тә. Бала, шулай итеп, тиҫкәре үрнәктә тәрбиәләнә. Дөрөҫөрә­ге, тәрбиәһеҙгә әүерелә. Ә ун­дайҙарҙы урам үҙ “тәрбиәһенә” тиҙ тартып ала. Бындай кәкре күренештәр байтаҡ. Бына шулар­ҙың береһе.
...Урамда – рәхәт, урамда – кү­ңелле! Иршаттың өйгә ҡайт­ҡыһы килмәй. Сөнки унда атай ҙа, әсәй ҙә юҡ. Өләсәй генә. Иршат бик бәләкәй саҡта уҡ әсәһен әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итә­ләр, атаһы иһә, Иршатты һеңлеһе менән яңғыҙ ҡалдырып, икенсе ҡатынға китә. Әммә тиҙҙән уның үле хәбәре килә. Балалар өләсәй ҡулына ҡала. Шуҡ малайҙы ҡулда тоторға, әлбиттә, ҡарт кешенең көсө етмәй. Тиҙҙән малайға мәк­тәп тә ҡыҙыҡ булмай башлай, би­шенсе класты ла тамамламаҫ борон уҡыуын ташлай. Һәм ту­лыһынса урам иркенә тороп ҡа­ла. Ә урамдың үҙ ҡанундары. Иршат үҫкән һайын ул ҡылған хи­лаф ғәмәлдәр ҙә етдиләнә бара. Ул ваҡ-төйәк әйберҙәр сәлдерә башлай, хәмер тәмен тоя. Өлә­сә­һе оялтырға, шелтәләргә ма­ташһа, уны тиҙ туҡтата. Араҡы ме­нән шаярыу йүнлегә илтмәй, әлбиттә. Ул кисте Иршат кухняла бер ир менән сираттағы шешәне бушата. Ике иҫерек араһында ғәҙәттәгесә бәхәс ҡуба. Асыуы килгән малай ултырғыс менән теге ирҙең башына тондора. Тегеһе аңын юғалтҡас, салбар ҡайышы менән быуып үлтерә... Йәш енәйәтсене тиҙ тоталар. Хөкөм итеп, колонияға оҙаталар. Был ваҡытта уға бары тик... 15 йәш була.
Ә хәҙер – икенсе бер бала яҙмышы. Был яҙмыш тотҡон ба­ланың республика баҫмала­рының береһенә ебәргән хатында асыҡ сағыла.
“Был хатты яҙғансы, бик күп уй­­ландым. Минең һүҙҙәрем әле­гә енәйәт юлына баҫмаған бер генә кешене булһа ла уйлан­дырһа, файҙаһы булыр ине тип өмөт­ләнәм. Мин урлашып тотолдом һәм хөкөм ителдем. Был аҙымға нимә этәрҙе мине? Буштан кил­гәнгә ҡыҙығыу, тир түкмәй генә мал табыумы? Төрмә ашын татып ҡараған үҫмерҙәрҙең ҡот­ҡоһо­мо? Әле булһа яуап таба ал­майым.
Эҫе июль көнө ине. Хөкөм ите­леүселәр бөтәһе лә йәмғиәткә файҙалы эшкә йәлеп ителгән. Һөйләшә-һөйләшә һәйбәт кенә эшләйбеҙ. Ул көндө бер дуҫым менән ирек тураһында һүҙ ҡуҙ­ғалды. Иректәге яҡты ваҡиға­лар­ҙы иҫкә төшөрҙөк. Һәм нисектер шунда уҡ иреккә сығыу теләге тыуҙы. Беҙ, алты малай, төп кәр­тә арҡыры сығып, Ағи­ҙелгә табан йүгерҙек. Күккә сигнал ракетаһы атылды, сирена тауышы яңғы­ра­ны, тауыш-ҡыс­ҡырыш, ығы-зығы ҡупты. Контро­лерҙар беҙгә ярҙан: “Туҡтағыҙ, кире боро­ло­ғоҙ, һеҙгә бер нәмә лә булмаҫ!” – тип ҡысҡырҙы. Әм­мә ҡурҡыу хисе беҙгә кире бо­ролорға ирек бирмәне. Мин был ҡасыуҙың файҙаһыҙ икәнен аңланым, әммә һуң ине инде. Үҙем ҡур­ҡам, үҙем ары йөҙәм. Көс бөтә башланы, өсөбөҙ кире боролдо, беребеҙҙе ярҙың теге яғында тоттолар. Беҙ икәү генә тороп ҡалдыҡ. Урман эсенә йүгерҙек. Беҙҙең өҫтә – ҡыҫҡа балаҡлы салбар һәм футболка ғына. Беҙ ялан аяҡ (һыуға һи­кергәндә сисендек) йүгерәбеҙ, аяҡтар ҡанға батты, биттәр сыйырылды, әммә ҡурҡыу хисе һаман урман эсе­нә­рәк ҡыуҙы. Хәлһеҙләнеп, аяҡ­тан йығылдыҡ. Тамаҡ асты, эсәһе килә, ял итәһе, хатта өйгә түгел, коло­нияға ҡайтаһы килә. Әммә ары барырға кәрәк. Бышылдап ҡына һөйләшә-һөйләшә, көс-хәл ме­нән ҡала ситенә килеп ауҙыҡ. Ҡайҙа етте шунда ҡунып, иртән уянып киттек. Аяҡ-ҡулдар һыҙ­лай, тәндәр бысранған, ҡасыуы­быҙға ике тәүлек үтте. Һыу эҙләп киттем. Кире килһәм – юлдашым юҡ. Һуңынан белдем: патруль ма­шинаһы килгәнде күреп, ул бынан тайған. Сәфәрҙе бер үҙем дауам иттем. Өфөгә нисек барып еткәнмендер, хәтерләмәйем, бө­тәһе лә төштә булған кеүек. Өфө­ләге танышыма килгәс, мине ҡул­ға алдылар. 313-сө статья буйынса (“иректән мәхрүм итеү урынынан ҡасыу”) енәйәт эше астылар. Изо­ляторҙа ғына белдем: ҡасҡан саҡта беребеҙ һыуға батып үл­гән. Ҡалғандарыбыҙға яңы срок өҫтәнеләр. Минең баштан үткән мажаралар шулай тамамланды. Ошо асы тәжрибә башҡаларға һабаҡ булһын ине.
Был ҡылығым менән үҙемә генә түгел, яҡын туғандарыма ла ға­заптар килтергәнемде әле генә аңланым. Ғәфү итегеҙ мине!”
Алда бәйән ителгән яҙмыштар араһында ниндәй уртаҡлыҡ бар? Хикмәт шунда: колониянан ҡас­ҡан саҡта һыуға батып үлгән малай ул – ата-әсә тәрбиәһе тәте­мә­гән, тора-бара енәйәт юлына баҫҡан Иршат! Уның үлемен ишеткәс, өләсәһе ғәжәпләнмә­гән һәм артыҡ ҡайғырмаған, ки­реһенсә, еңел һулап ҡуйған, ти­ҙәр...
Уны аңларға була. Ә бына ба­лиғ булмаған бала­лар­ҙың ко­лонияға килеп эләгеү­ҙәрен, ун­дай­ҙар­ҙың кә­мемәүен аң­лауы ҡый­ын. Әлбит­тә, бер генә енәйәт тә яза­һыҙ ҡа­лыр­ға тейеш тү­гел. Әм­мә енәйәттәр төр­лө булған кеүек, язаларҙы ла төрлөсә би­рергә мөм­кин бит. Ҡайһы бер ил­дәрҙә, әй­тәйек, ваҡ-төйәк урлашыу йәки йәмғиәткә артыҡ зыян килтер­мә­гән башҡа төрлө енә­йәт ҡылыу­сы­ларҙы ип­тәштәр судында хөкөм итәләр. Йәғни рәшәткә артына илтеп тыҡмай­ҙар, ти­мәк, кеше яҙмы­шын мәң­­гелеккә емер­мәй­ҙәр. Элек был мәр­хә­мәтле йола беҙҙә лә бар ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул “социализм ҡалдығы” булып ҡалды. Юҡҡа. Күпме яҙ­мыш­тар яралан­маған булыр ине!
Рәсәй радиоһынан аҙна һайын ”Калина красная” тигән тапшырыу бирәләр. Холоҡ төҙәтеү урын­дарындағы хөкөм ителеү­селәр тормошо бәйән ителә унда. Шул тапшырыуҙарҙың бере­һендә иректән мәхрүм ителгән бер нисә ҡыҙ баланы һөйләт­теләр. Ҡайһы – люстра, ҡайһы башҡа сүп-сар урлап тотолған. Хөкөм иткәндәр! Ә ил байлығын, халыҡ байлығын “прихватизировать” итеп милли­ардерға әүе­релгәндәр, йәки законды һанға һуҡмаған башҡа ысулдар менән байығандар иректә йә­шәй! Улай ғынамы, ҡә­ҙер-хөрмәттә көн күрә, бейек етәкселек бүкәнен биләй, хатта депутатлыҡ ҡәнә­фийенә ҡунаҡ­лай ундайҙар!
Яңы система һәр төрлө алдаҡ­сыларға, аферистарға, еңел табыш артынан ҡыуыусыларға юл асып ҡына ҡалманы, балалар һәм үҫмерҙәр енәйәтселегенең кү­бәйеүенә лә килтерҙе. Төп тәр­биә сығанағы тиерлек булған пионер, комсомол ойошма­ла­рының ҡыйра­лыуы, коллективизм тигән той­ғоноң юҡҡа сығыуы, ҡайһы бер мат­бу­ғат һәм киң мәғлүмәт са­ра­ла­рының әхлаҡ­һыҙлыҡ, ҡан­һыҙлыҡ, кешелек­һеҙлек һәм башҡа шундай кире сифаттарҙы пропаган­далауға күсеүе енәйәт­селектең кәмеүенә ярҙам итмәй, әлбиттә. Борон-борондан кешене тәртип ҡа­лыптарында тотҡан динде тергеҙҙек. Әммә мәсеткә үә сиркәүгә лә күбе­һе­нсә өлкән йәштәгеләр генә йөрөй шул.
Эйе, әлегә беҙ күбеһенсә енә­йәтселектең сәбәптәре менән түгел, һөҙөмтәләре менән көрә­шәбеҙ. Дөрөҫ, кешеләрҙе төрлө енәйәттәргә этәргән казино­ларҙы бөтөрҙөк, радио, телевидение, матбуғат аша алкоголле эсемлектәрҙе маҡтаған өгөтна­мәләрҙе тыйҙыҡ. Әммә төшөм артынан ҡыуыусылар ҙа тик ятмай: йәшерен казинолар әле булһа йәшәп килә, магазиндарҙа алкоголле эсемлектәрҙең ҡы­ҙыҡтыра торған яңы төрҙәре пәйҙә була бара. Бигерәк тә шу­ларҙың коктейль тигәне өлкән­дәрҙе лә, йәш үҫмерҙәрҙе лә үҙенә “ғашиҡ итеп” өлгөрҙө. Ул – һыра ла, хәмер ҙә түгел. Әммә ҡеүәте бар, тағы ла ҡеүәтлерәк эсемлектәрҙе татып ҡарарға ҡоторта торған көсө бар. Был нәмә бигерәк тә балалар өсөн ҡурҡыныс. Республикабыҙ ҡо­ролтайы был эсемлекте сауҙанан алыу тураһында закон сығар­маҡсы. Афарин! Бик хуп булыр ине!.. Енәйәтселекте “орлоҡта” сағында уҡ юҡ итеүгә бер аҙым булыр ине был. Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙың төрлө төбәк­тәрендә мәҙәни-тәрбиәүи сара­ларҙың йышыраҡ ойошторолоуы, спортҡа иғтибар артыуы ла күр­кәм күренеш.
Эйе, йәмғиәтебеҙҙең рухи, әх­лаҡи сәләмәтлеге һәр кешенең – үҙ-үҙенә, бигерәк тә дәүләт ор­­гандарының үҙ бурыстарына яуаплы ҡарауынан тора.

Ғәҙел ХӨКӨМДАРОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: