+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
1 Июль 2022, 14:00

Уңған ҡатын

Нажиә ИГЕҘЙӘНОВА (Сатирик хикәйә) «Тормош шулай ҡоролған: йә­мәғәтеңдән йә уңаһың, йә туңаһың», – ти торғайны Мән­­зи­рҙең атаһы. Әсәһе: «Төҫө барҙан төңөлмә», – тип өҫтәр ине.

Уңған ҡатын
Уңған ҡатын

Төҫкә си­­бәр, бик тә телдәр Мәү­зирәне тәү­ләп күргәс тә ата-әсәһе өгөт-нә­сихәттәрен күңеленә һең­дергән егеттең йөрәге елкенде лә «кәләш­леккә күндер» тигән әмер бирҙе.
Күрештеләр, һөйләштеләр. Ике-өс ай үткәс, туй тураһында килеш­теләр.
– Туйыбыҙҙы дан итеп ресторанда үткәрербеҙ. «Кемдең туйы? Мәнзир менән Мәүзирәнең туйы!» – тип таң ҡалһындар. Иҫтә оҙаҡ һаҡ­ланһын, һағынып һөйләрлек бул­һын! – тине сәмле Мәнзир, дәрт­ләнеп.
– Ул тиклем мулыҡма! Ресторан­дарҙа эшләнем, ризыҡ­тарҙы нисек әҙерләүҙә­рен күреп, өйрәнеп йө­рө­­нөм. Туйҙы фәҡәт өй­ҙә үткәрәбеҙ, – тине Мәү­­зирә. Ныҡ әйтте – һүҙ көрәште­рерлек тү­гел ине. Донъя көтөүҙе бә­хәстән баш­ларға те­лә­мә­гән күндәм Мән­зирҙе тиҙ үк күн­дерҙе.
…Туй ифрат матур баш­ланды. Һәр ҡунаҡ, йәш­тәргә теләктәрен их­лас әйтеп, ҡиммәтле бүләктәр, конверттар һондо.
Күп тә үтмәне, шешә­ләрҙең йәшерен ҡеү­әт­тәренә бирешкәндәр, зыҡ ҡубып, бейергә төш­тө, бәғзе­ләр тәмәке көй­рәтергә балконға йүнәлде.
Мәүзирә лә күбәләк кеүек өйө­рөлә-сөйөрөлә: ап-аҡ, ҡабарынҡы күлдәге, оҙон фатаһы үҙенә һәләк килешә. Мәнзир сибәр кәләшенән күҙҙәрен алмай. Әммә кәләштең кинәт үҙгәреүе – етди ҡиәфәте, өҫтәл тирәһенән китмәүе – ғә­жәп­ләндерҙе. Әле генә ҡояштан была­йыраҡ балҡый ине лә… Ни булған? Бер нисә секундҡа кейәү­ҙең күҙ­ҙәре ситкә йүнәлде. Әй­ләнеп ҡа­раһа, кәләш юҡ. Күңел­һеҙләнгән кейәү тирә-йүнде кү­ҙәтте. Бәй, Мәүзирәһе, мут йылмайып, аш-һыу бүлмәһенән сығып килә! Йөҙө нурланған. Ул йәнә өҫтәлдәр ти­рәһендә бейене-бейене лә кинәт кенә тағы юғалды. Шундай хәл өс-дүрт мәртәбә ҡабат­ланды.
Ҡунаҡтар табынға ултырҙы. Осло күҙҙәр, зирәк зиһенлеләр ше­шәләрҙең бермә-бер кәмеүен күрҙе, әммә өндәшмәне. Кәләш­тең киң, оҙон фатаһына ике-өс шешәне йәтеш кенә йәшереп, аш-һыу бүлмәһенә йүнәлеүен бер кем дә шәйләмәгәйне. «Шешәләр кәмегән… Тағы ҡуйырҙар, рүмкә­ләрҙе тултырып ҡойорҙар, ғол­ҡолдатып йоторбоҙ», – тип уйланылар. Бәй, шулай шул: иҫер­мәгәс-илермәгәс, туй буламы ни?
Әммә өмөттәр өҙөлдө: шешәләр өҫтәлмәне. Ҡунаҡтар шым ғына таралышты.
Иртәнсәк Мәнзир аш-һыу бүл­мәһенең төпкөлөндәге һыуыт­ҡысты асҡас, шаҡ ҡатты: һал­даттар һымаҡ теҙелешеп шешә­ләр тора ине. Улар буш түгел – барыһы ла тулы, береһенең дә бөкөһө асылмаған.
– Мыны нисек аңларға? – Мән­зирҙең тауышы ҡарлыҡты.
– Мыны, аҡыллым, шулай аңла: ҡунаҡтар араҡы-шараптарҙы вис эсеп, ризыҡтарҙы вис ашап, таңға саҡлы ҡайтмаҫ ине. Анһат ҡотол­доҡ.
– Кешегә күрһәтмәйенсә нисек ташының?
– Бер ҡыйынлығы ла юҡ: фата менән ҡаплаған «йылтырҙаҡ­тарҙы» ҡосаҡлап, бейей-бейей ишеккә табан юрғалайһың да алып сығаһың, алдан бушатып ҡуйған һыуытҡысҡа тултыраһың…
Өйләнешкәс тә ирен Себергә ебәрмәне ул: «Айҙар буйы яңғыҙ ултырырға иргә сыҡманым. Аҡ­саны мында ла арыу эшләрбеҙ. Минең уйҙарым бойомға ашыр һымаҡ. Ашнаҡсы булып, кафе-ресторандарҙа алған белемем етерлек. Эйе, тәжрибәм ярҙам итер», – тине йәш ҡатын.
…Туғыҙ айҙан малайҙары тыу­ғас, «һәйбәт һөҙөмтә»не күрҙе Мәнзир – туй табынынан кухняға «күскән» йылтырҙар бәпес тәпә­йен йыуырға яраны, хатта артып ҡалды.
Шунан «арыу аҡса һуғырға» әүәҫләнде Мәүзирә. Бөтә тәж­рибәһенә таянып, ҡунаҡ саҡы­рырға тотондо. Тәүҙә ул, ҡунаҡ­тарын өс төркөмгә бүлеп, исемлек төҙөй. Тәүге төркөмдө кәрәк саҡта ярҙамдары тейерлек бик-бик хәлле, икенсеһендә урта хәлле­ләр, өсөнсөһөндә «ҡалған ризыҡ әрәм булмаһын» тигән ниәт менән саҡырылған хәл-әхүәлдәре хөр­төрәктәр теркәлә.
Беренсе төркөмдәге ҡәҙерле ҡунаҡтарға әҙерләнгән өҫтәл һыйҙан һығылып тора. Икенсе көндө хужабикә бай ҡунаҡтарҙан ҡалған салаттарҙы тигеҙләй, матурлай ҙа майонез һөртә. «Уртасалар» салаттарҙың «ялғанған» булыуын аңламай.
Был төркөмдән һуң ризыҡ, әл­биттә, аҙ ҡала. Мәүзирә ҡалдыҡ-боҫтоҡтарҙы ҡушып бутай, өҫтөнә буйтым майонез һылай ҙа тү­ңәрәкләп теленгән тоҙло ҡыярҙы теҙеп сыға. Ҡалған ашын йылыта. Өсөнсө төркөмгә маҡтап-маҡтап, ҡыҫтап-ҡыҫтап ашата, графин­дарға тултырылған ҡалдыҡ араҡы-шараптарҙы эсерә.
Ҡуштан ҡатын ҡунаҡтарҙың бү­ләктәрен, аҡса һалынған конверттарын йәһәт кенә кеҫәләренә оҙата. Бер әҙерләнгән ризыҡты өс көнгә еткергән Мәүзирә, ки­лемдең сығымдан ете мәртәбә күп икәнен күреп, кинәнә. Был йылда байрамдарҙы ла байтаҡ арттырҙы: Мәнзире менән зифаф төнөн, үҙенең, иренең, балала­рының, эт һәм бесәйҙәренең тыуған көндәрен, бәпестәренең тәүге тештәре сығыуын, беренсе мәртәбә «мәмәй» тип әйтеүҙәрен, Яңы йыл, 23 февраль, 8 Март, 1 апрель һәм бихисап башҡа бай­рамдарға арнап, ауырһын­май саҡыра ул ҡунаҡтарын.
Мәнзир хәҙер бушамай: ҡаты­нына ҡунаҡ саҡырырға ярҙам­лаша. Себерен ташлағанына шатлана. Себерҙә һеперелеп эшләүгә ҡарағанда, былай аҡса күберәк ке­рә. Һалым да һалмайҙар.
Ир менән ҡатын тормоштарынан һәләк ҡәнәғәт ине: машина алыр­ға, фатирҙы иркенәйтергә, ҡим­мәтле йыһаздарға тейенергә тип, бол төйнәнеләр.
Кәсептәре һаман көйлө барыр һымаҡ ине… Әммә… Әммә көтөл­мәгән, һис кенә лә иҫ итмәгән бәлә бәкәлдәренә бәрҙе. Ҡунаҡ саҡырғайнылар – «өсөнсө төр­көм»дәге ете кеше лә дауаханаға эләкте. «Сифатһыҙ ризыҡты ҡайҙа ашанығыҙ? Кафеламы, ресторандамы, ашханаламы? Адрес кәрәк!» – тип төпсөшкән табиптар. Ете сырхау ҙа бер үк адресты әйткән. Хәҙер бушлай дауалау юҡ. Ауы­рыуҙарҙы дауаларға Мәүзирә менән Мәнзирҙән аҡса дауайла­ғандар. Хөкөм ҡарарына ҡарышып булмай – дарыуҙар өсөн ир менән ҡатынға йыйнаҡтарын йылдам ғына сығарырға тура килгән.
Ҡылған ҡылығыңдан оялмаһаң, барыбер Аллаһы Тәғәлә язаһына тарыйһың икән.

Фото: mypensiya.mirtesen.ru

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: