+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
3 Июль 2022, 17:20

Wi-Fi хәүефлеме?

Донъябыҙҙы интернет ауы солғап алды. Бөгөн банк, магазин, кафе, аэропорт, төрлө мәғариф учреждениеларын унһыҙ күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын, шулаймы? Күп кенә ололар ҙа, балалар ҙа көн һайын ҡулланмайынса тора алмай.

Wi-Fi хәүефлеме?
Wi-Fi хәүефлеме?
Ҡайҙа ғына булһаҡ та – өйҙәме ул, эштәме, ниндәйҙер күңел асыу үҙәгендәме – Wi-Fi-роутер аша инеп булһа ла, интернет киңлектәрен гиҙергә әҙербеҙ. 1991 йылда уйлап табылған был ҡоролма киң билдәлелек яулай.
Тик күптәр уның кешегә нисек йоғонто яһағанын белеп бөтмәй шул әле. Мәҫәлән, АҠШ ғалимдары Wi-Fi-ҙағы 0,5 – 2,4 йышлығындағы электромагнит тулҡындары организмға насар тәьҫир итеүен асыҡлаған. Иң беренсе нәүбәттә, нервы сис­темаһы ҡаҡшай, баш ауырта, хәлһеҙләнеү, күҙҙең күреү һә­ләте кәмеүе күҙәтелә икән.
Ә Дания тикшеренеүселәре аллергик ауырыуҙарға тиҙ бирешеүҙе сымһыҙ интернет менән бәйләгән. Тик уның кире яҡтары тулы­һынса өйрәнелеп бөтмәгән. Бындағы табиптар­ҙың фекеренсә, сирлеләр­ҙең артыуына ла Wi-Fi сәбәпсе, имеш.
Швеция ғалимдары кеше­нең хәтере, фекерләү ҡеүә­һе түбәнәйеүен, организмдың кальций­ҙы насар үҙләштереүен, хәл­һеҙләнеүҙе уға яп­һара. Wi-Fi-ҙың тере организм күҙәнәктәренә бигүк яҡшы тәьҫир итмәүе тура­һында фараздар ҙа килтерелә. ДНК-ла үҙгәрештәр, хромосома-мутанттар барлыҡҡа килеүен дә был ҡоролманан күрәләр.
Көнбайыш ғалимдары тарафынан сымһыҙ интернеттың үҫеп килеүсе быуын өсөн бик алама булыуы әл­лә нисәмә тапҡыр иҫбатлан­ған, тәжрибәләре лә быны дәлилләй. Мәҫәлән, йоҡлар алдынан мендәр аҫтына Wi-Fi селтәре тоҡандырыл­ған телефонды һалып тикшереү уҙғарғандар. Унда уҡыу йәшендәге балалар ҡатнашҡан. Был тәжрибәне үткәндәрҙең иртәнсәк иғти­барһыҙлығы күҙәтелгән, тамырҙарын көҙән йыйырып йонсотҡан. Сит илдәрҙәге күп атай-әсәйҙәр ошо­но аңлап, балаларының һаулы­ғын уйлап, саң ҡаға. Шуға Франция, Канада, Һиндостан, АҠШ, Бөйөк Британияла күп балалар баҡсаларында, мәктәптәр­ҙә Wi-Fi ҡулланыу тыйыл­ған.
Үҫемлектәргә лә зыян итә икән. Мәҫәлән, Голландияла Вагенинген университетының хеҙмәткәр­ҙәре өс ай тирәһе ҡорос ағасын Wi-Fi нурҙары аҫтында тотоп ҡараған. Билдәләнгән ваҡыт үткәс, аптырарлыҡ хәл күргәндәр: ағастың япраҡтары ҡарай­ған, бөршәйгән, дымы кәмегән, олондарында ярылыу, зарарланыу билдәләре барлыҡҡа килгән.
Тағы ла бер миҫал. Дания­лағы бер мәктәп лабораторияһында уҡыусылар биоло­гия уҡытыусыһы Ким Хорсвейд менән Wi-Fi-роутерҙың үҫемлектәргә нисек йоғонто яһауын өйрәнеп ҡарамаҡсы була. Улар йәшниктәргә 200 орлоҡ ултыртҡан да ике Wi-Fi-роутер эргәһендә 12 көнгә ҡалдырған. Шунан нимә бул­ған, тиһегеҙме? Ике аҙна үт­кәс, йышлыҡтар аҫтында үҫкәндәрҙең күбеһе күренмә­гән, баш төрткәндәренең үҫен­теһе насар ғына булып, бер аҙ торғас, ҡарайып, һәләк булған. Ә тикшереү өсөн сымһыҙ интернет булмаған ерҙә ултыртылған орлоҡ­тар шытып, һәйбәт үҫә башлаған.
Был уҙғарылған тәжрибә донъя ғалимдарын да бик ҡыҙыҡһындырған, ошо хаҡта күп бәхәсле һөйләшеүҙәр ойошторолған. Ҡай­һы берәүҙәр үҫемлектәрҙә дым етешмәүенә һыл­танып, роутерҙың тәь­ҫирен инҡар итергә ты­рыш­ҡан. Уға бер генә түгел, әллә нисәмә смартфон, төрлө ҡоролмалар тоташтырылыуын иҫәпкә алғанда һаулыҡ өсөн, ысынлап та, ҡурҡыныс булыуы асыҡ­лана.
Күп фатирлы йорттарҙың һәр береһендә тиерлек сым­һыҙ интернетты тапшырыу технологияһы ҡулланыла. Wi-Fi-ҙы тоҡандырыу менән әллә нисәмә логин теҙелеп килеп тә сыға. Эшләүе еңел, тиҙ генә бул­һа ла, беҙ был ауҙың үҙебеҙгә, яҡындарыбыҙға, ошо йортта йәшәүселәргә ни тик­лем зыян­лы булыуын уйлап та ҡарамайбыҙ. Күршелә генә донъя көтөүсе олатай-өләсәй­ҙәребеҙҙең сәләмәтлеген ҡаҡшата бит. Уның тәь­ҫирен хатта һүлпән тәмәке тартыуға тиңләйҙәр.
Әйҙәгеҙ, үҙебеҙҙең, яҡын­дарыбыҙҙың киләсәген, һаулығыбыҙҙы уйлап, ошо күренмәгән ҡурҡыныстан һаҡланыу сараларын күрәйек. Бының өсөн интернет селтәрен ҡулланмағанда Wi-Fi-роутерҙы һүндереп ҡуйыу, балаларҙы мөмкин тиклем уны ҡулланыуҙан аралау, ҡоролманы эш урыны, йоҡо бүлмәһенән алыҫыраҡ урынлаштырыу кеүек ябай ғына ҡағиҙәләр­ҙе үтәү ҙә етә.

Г. РАМАҘАНОВА.

 
Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: