

*Ни өсөн һин мин телевизорҙан футбол ҡарай башлаһам, оло тауыш ҡуптараһың, үҙең менән бергә Айҙар Ғәлимовтың концертын ҡараһам, йығылып ятып үпкәләйһең?
*Ни өсөн һыуытҡыста ҡалдырылған буш тәрилкә һине сығырыңдан сығара, ә оло кәстрүлдәге ашты уртасаһына, шунан бәләкәйенә, ниһайәт, туҫтаҡҡа бушатыуың ғәҙәти эш тип иҫәпләнә?
*Ни өсөн һин үҙеңде дуҫтарым менән осрашыуға алып барыуҙы талап итәһең, ә һуңынан, миңә бында күңелһеҙ, арыным, ҡайтҡым килә, тип йәнгә тейәһең?
*Ни өсөн һин берәй ергә барырға булһаҡ көҙгө алдында сәғәт буйы ултыраһың, ә һуңынан, һине ғүмер буйы көтөргә кәрәк, тип мыжыйһың?
*Ни өсөн һин машинаға ҡышҡы резина алыуҙы ҡатын өсөн яңы итек алыуҙан мөһимерәк тип иҫәпләмәйһең, ә үҙеңдең “йәмәғәт транспорты” тигән һүҙҙәрҙе ишеткең дә килмәй?
ИРЕҢ.