1. Совет осоро. Ҡайным иртән яңы ғына магазиндан алып ҡайтҡан ҡаймаҡ менән сәй эсеп ултыра. Кухняға ҡатыны инә:
– Ниңә ҡаймаҡ ашайһың? Балаға ҡалдырыр инең.
– Унда тағы ла бар.
– Минең дә ашағым килһә?
– Һыуытҡысты ас, һиңә лә етә.
– Ә минең әсәйем кеше түгелме ни?
Ҡайным ҡатынына текәлә һәм аныҡ итеп:
– Мин бөтәгеҙгә лә алдым, – ти ҙә ашауын дауам итә. Ҡатыны бер аҙҙан:
– Ниңә шул тиклем аҡса тотондоң? – тип ҡашын емерә.
2. Ҡатнашыусылар шул уҡ.
Ҡайным дуҫына яңы фатирға күсергә ярҙамлаша. Өсөнсө көн инде арҡаһы ауыртып яфалана. Һыҙланыуға түҙә алмағас, “Звезда” бәлзәме менән һөртөнмәксе була. Әйтеп үтергә кәрәк, ул осорҙа Вьетнамда сығарылған “Звездочка” дарыуханала тулып ятмай, һатыуҙа һирәк күренә. Бөтә ауырыуҙарҙы ла дауалаусы һәм үлектәрҙе аяҡҡа баҫтырыусы дарыу тип йөрөтәләр уны. Ҡайным арҡаһына тап бына ошо бәлзәмде һөртә лә инде. Банканы урынына ҡуйғанда бүлмәгә ҡатыны инә. Ят еҫте һиҙеп ҡалғас, ул:
– Һин әллә “Звездочка”ны ҡулландыңмы? – тип һорай.
– Эйе, ярамаймы ни? – ти этлекте һиҙеп ҡалған ҡайным.
– Һин уны һуңғы сиктә, кемдеңдер ҡайһы ерелер ауыртҡанда ғына тотонорға икәнлеген беләһең дә инде!
3. Беҙҙең көндәр. Ҡайнымды аҙыҡ-түлек алырға магазинға ебәрәләр. Ғаиләнең һәр ағзаһы үҙенә кәрәк нәмәне алырға ҡуша: эремсек, сыр һ. б. Ҡатыны иренән иркә тауыш менән һорай:
– Һин үҙеңә нәмә алырға теләр инең?
Ҡайным уйға бата:
– Һунарсылар колбасаһы...
Ҡатыны ҡырт киҫә:
– Юҡ, алмайһың! Уны ашаһам, минең үҙәгем көйә.
И. ҠУРАМШИН.