+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
16 Август 2022, 14:00

Шалҡан

(Заманса әкиәт) Бабай шалҡан сәсте. Ул ҙур булып үҫте. Күпме генә тырыш­ма­һын, Бабай шалҡанды тартып сығара алманы. Аптырағас Әбейен ярҙамға саҡырмаҡсы булды. Ләкин уныһы күршеләренә “Ефросинья”ның сираттағы серияһын ҡарарға инеп китте.

Шалҡан
Шалҡан

Бабай ейәнсәренә өндәшеп ҡараны. Тегеһе ноутбугынан айырылмай ғына:
– Олатай, имтихандарға әҙерләнәм. Быйыл да инә алмаһам, ауылда тиреҫ ҡорто булып бөксәннәргә генә ҡала! – тип үҙен йәлләтте. Ул олатаһының ни эшләргә белмәй аптырап тороуын шәйләп: – Аҡбайға әйтеп ҡара, – тип кәңәш итте. Аҡбай иһә:
–Баҡсаға кәзәләр кергән, ҡышлыҡ кәбеҫтәһеҙ ҡалдыралар, – тип тороп сапты.
Бабай таш өҫтөндө ҡыҙынып ятҡан Мыраубикәне күреп ҡалды.
– Күрмәйһеңме ни, себештәрҙең емен турғайҙарҙан һаҡлайым, – тип шелтәләне Бабайҙы Бесәй. – Ана, Сысҡанға әйт, барыбер эшһеҙ ята.
Бер сара ла ҡалмағас, бабай Сыс­ҡандан ярҙам һорарға булды. Барһа, тегеһе махмурҙан сирләп ята. Көс-хәл менән тороп, бер аҙ бәлтерәп ул­тырғас:
–Башта башты төҙәттер, шунан йомошоңдо йомошларбыҙ, – тине. Ҡайҙан алайым икән тип аптырап ҡалды Бабай.
– Тыҡрыҡ аша сығаһың да икенсе өй, – тип өйрәтте Сысҡан.
– Теге бизнесмен Фәйрүзме ни?
– Шул үҙе, тик бизнесы күҙ буяу ғына, сәмәй һата. Бер ыңғай киоскы­һынан сыр алһаң, закускаға шәп булыр ине.
Юлы уңды Бабайҙың: әле ауылда полицейскийҙар йөрөмәй, шуға бизнесмен ҡурҡмай һатыу итә ине. Баш төҙәтеп, хәлләнеп алғас, Сысҡан шалҡанды барып ҡараны:
– Дә-ә, бында без бутылки не разберешь...
– Ә был?
– Быныһы мине рәткә килтерер өсөн, ә хәҙер мораль стимул кәрәк, – тип ҡырт киҫте Сысҡан. – Һин унда теләһә ниндәйен алма, йүнлерәген һора. Колбаса ла онотма.
Магазинға йөрөргә яратмаһа ла, Бабай тағы китте. Ул алыҫлашып та өлгөрмәне, Сысҡандың әшнәһе килеп тапты. Ҡыҫҡаса ғына аңлашып алғас, икәүләп шалҡандың төбөн ҡаҙып, тамырын өҙҙөләр.
Бабай кире урап килгәндә теге икәү арыу уҡ күңелләнеп алғайны.
– Ярҙамсы барында шалҡанды тиҙерәк тартып сығарайыҡ, – тип ҡаршы алды Сысҡан.
Тамыр тотмағас ни, эш тиҙ үк бөттө. Бабай һөйөнөсөнән ҡат-ҡат рәхмәт әйтте.
Бабай ҡайтҡанда Әбей ҙә өйҙә ине, Ейәнсәр ҙә йылға буйында оҙаҡ йөрөмәгән. Аҡбай ҙа тупһа эргәһендә әлһерәп ята. Бабай ни эшләгәндәрен бәйнә-бәйнә һөйләп бирҙе. Шунан шалҡан­дан бер киҫәк ҡырҡып алып Әбейенә тотторҙо. Ул тәмләп ҡарағас “м-м-м” тип бер аҙ ләззәтләнеп торҙо ла, киҫәкте тиҙ үк ашап бөттө. Тағы һорап алды. Ейәнсәргә лә шалҡан бик оҡшаны. Бабай ҡалғанын турап ҡуйғас, Аҡбай ҙа тәмләп ҡа­рарға йөрьәт итте. Ауыҙына ҡабыу менән аппетиты асылып китте лә, байтаҡ ашап ташланы. Табаҡта бер генә киҫәк ҡалды. Сират Бесәйгә лә етте. Ул шалҡанды ашап бөттө лә:
– Бик тәмле итеп үҫтер­гәнһең, шулай ҙа сырға етмәй, – тип һығымта яһап ҡуйҙы.
Тәмләп ҡарарлыҡ та шалҡан ҡалмағанға Бабай һис тә көймәне, сөнки тештәре күптән төшөп бөткәйне. Үҙе генә ҡал­ғас, кәстрүлде асып ҡа­раны. Күрәһең, Әбейе тағы әхирә­тендә туйып ҡайтҡан – кәстрүл буш ине. Бабай бер сүмес һыу эсте лә йоҡларға ятты.

Рауил САБИТОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: