+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
17 Август 2022, 13:00

Дөмөкмәнеме ни әле?

Иртән прораб эшселәргә ике бидон буяу бирҙе лә бинаның фасадын буярға ҡушты.– Эш аҙағында тикшерәсәкмен.

Дөмөкмәнеме ни әле?
Дөмөкмәнеме ни әле?

Ирҙәрҙең эскеһе килә, аҡса юҡ, ә эш менән буяу – быуа быуырлыҡ. Улар бер бидон буяуҙы һатып, тамаҡ сылатмаҡсы. Этлектәрен йәшерер өсөн яҡында ғына йөрөгән аттың моронон буяуға тығып алдылар.
Кис прораб, вәғәҙә иткәнсә, эште ҡабул итергә килде.
– Ни өсөн буяп бөтмәнегеҙ?
– Буяу етмәне.
– Мин бит һеҙгә ике бидон бирҙем!
– Береһен ат эсте.
– Ниндәй ат?
– Ана тора, мороно буяуға батҡан.
– Ә-ә, улмы? Һаман дөмөкмәнеме ни әле?! Үткән аҙнала ике поддон кирбес менән бер тоҡ цементты тығынғайны...

Ниңә мин генә?..
Гәрәй кочегар булып эшләй. Эсмәй-тартмай, шуға күрә эшселәр араҡыны бер ниндәй шик-шөбһәһеҙ кочегаркала ҡалдырып йөрөй, сөнки ҡағылыусы юҡ. Ваҡыт-ваҡыт инеп, эсеп сығалар.
Бер көндө Гәрәй тегеләрҙе һе­мәйтергә булды. Башланған шешәне йәшерҙе лә, урынына һыу тултырып икенсеһен ҡуйҙы. Төшкә табаныраҡ дүрт ир инде. Стакан берәү генә, сират. Беренсеһе эскәс, тирә-яғына ҡаранды ла, бер һүҙ өндәшмәйенсә еңен еҫкәне. Икен­сеһе лә, өсөнсөһө лә һүҙһеҙ генә стаканды бушатты. Дүртенсеһе иһә өлөшөн бер тына-ла эсеп ҡуйғас, йөҙөн һытып, һораулы ҡарашын әшнәләренә төбәне. Хахылдап көлөргә тотондолар. Ә беренсе ир:
– Ниңә, бер мин генә һыу һемерергә тейешме ни? – тине.

Ғ. РАХМАНОВ.

Фото: zabavatut.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: