+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
29 Август 2022, 15:00

Ҡәбер

Беҙҙә Мөхәмәтша исемле бер ир эшләне – шәп электронсы, ҡулдары алтын, айыҡ аҡыл Һәм көлкө тоҡсайы. Уның машинаһы бар ине, “Опель Кадетт” буғай, аныҡ ҡына хәтерләмәйем.

Ҡәбер
Ҡәбер

Машина ишек алдында торҙо. Сигнализация барлыҡҡа-бар ҙа ул, ләкин Мөхәмәтшаның кү­ңеле барыбер тыныс түгел. Шуға күрә, һәр яҡлап уйлағас, машинаһына йәнә бер нисә әйбер өҫтәп ҡуйҙы. Ваҡытында өлгөрҙө, сөнки тиҙҙән уны урланылар.
Шунда уҡ табылды, ихатанан да сығып өлгөрә алмағандар. Шофер яғындағы ян тәҙрә ҡыйралған, унда ҡан эҙҙәре бар, эске ишек тотҡаһы ватыҡ, “поворотник” рычагы бөгөлгән, артҡы яҡты күр­һәтеүсе үҙәк көҙгө аҫҡа ҡараған, шоферҙың урыны еүеш. Һәм яҡын-тирәлә бер кем дә юҡ...
Мөхәмәтшаның күршеләре һәм дуҫтары был хәлгә ғәжәпләнеп бөтә алманы, ләкин уның ғына әллә ни иҫе китмәне, аҫтыртын ғына йылмайҙы. Сер бик ябай булған: төп сигнализациянан тыш, оҫта машинаға тағы ла бер әйбер әтмәлләгән. Автомобиль тоҡанғас, таймер эшләгән һәм утыҙ секундтан һуң мотор һүнгән. Динамиктан тамаҡ төбө менән екергәндәр: “Был машина һинең ҡәберең буласаҡ!” һәм хихылдап көлөү. Шунан һуң ишектәр үҙенән-үҙе бикләнгән, ә балалар конструкторы, моторы һәм баллонынан йыйылған ябай ғына механизм салонға йәш ағыҙыусы газ сығарған...

Р. ФӘТХИЕВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: