+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
29 Август 2022, 12:00

Иҫке өҫтәл

Университетты тамамлағас та мәктәпкә эшкә урынлаштым. Дәрестәрҙән тыш, V класҡа етәксе итеп ҡуйҙылар. Тәүге ата-әсәләр йыйылышы булған­ғалырмы, барыһы ла килде.

Иҫке өҫтәл
Иҫке өҫтәл

Кабинетты ҡарайҙар, мине энә күҙенән үткәрәләр. Беҙҙең клас­ҡа ҡотһоҙ кабинет бирҙе­ләр. Мебель иҫке. Үҙемә кил­гән­дә иһә сама менән генә би­ҙәнәм-төҙәнәм, кейемем дә бына “мин” тип әллә ҡайҙан ҡыс­ҡырмай, шуға күрә өлкән класс ҡыҙҙарынан айырылмайым тиерлек.
Әсәләрҙең береһе иҫке өҫ­тәлгә һәм миңә күҙ һалып алды ла, йәлләгән тауыш менән һүҙ башланы:
–Балаҡайым, мин һаҡлыҡ банкыһында эшләйем. Яңы мебель килтерҙеләр, ә иҫкеһенә ике йыл да юҡ. Беҙгә уларҙы сығарып ташларға ҡуштылар. Мин үҙем ултырып эшләгән өҫтәлде һиңә килтерермен...

Р. ӘЛИМҒОЛОВА.

Фото: baamboozle.com

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: