+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
1 Сентябрь 2022, 12:00

Ғаилә күренештәре

Диванда һуҙылып ир ята. Пульт­­ҡа ҡаты итеп баҫып, теле­ви­зорҙың каналдарын һанай. Үҙенә оҡшағанын таба алмай. Бүлмәгә йылмайып ҡатыны килеп инә.

Ғаилә күренештәре
Ғаилә күренештәре

Ир. Миңә яңы футболка кәрәк!
Ҡатын. Нимәгә? Үткән айҙағы эш хаҡынан ғына алғайным бит...
Ир (ауыҙын бәлшәйтеп). Ул бит үткән айҙа.
Ҡатын. Һуң, был айҙыҡын әле бирмәнеләр.
Ир. Әнә, 42-се фатирҙағы Фә­нискә ҡатыны бөгөн ялтыр туп төшөрөлгәнен алып ҡайтҡан! Шуныһын кейеп, диванында бай балаһы кеүек ятып, футбол ҡарай. Ә мин бында... үткән айҙыҡында һа­ман...
Ҡатын. Ҡәҙерлем, әле беҙ ала алмайбыҙ, үҙең күреп тора­һың...
Ир. Күрмәйем дә, белгем дә килмәй. Юҡ, түҙә алмайым мин бындай тормошҡа, атайыма ҡай­тып китәм, бөттө!
***
Аш бүлмәһендә ҡатыны, ире, ике улы киске аш алдынан. Ҡатын плитә янында, ир заттары өҫтәл артында.
Ҡатын. Тәүге лот – бишбармаҡ ашы. Башланғыс хаҡы – ҡашы­ғаяҡ йыуыу.
Ир. Үҙемдең генә түгел, һинең дә аш тәрилкәңде йыуам!
Ҡатын. Афарин, атайығыҙ минең дә, үҙенең дә тәрилкәһен йыуа – бер!
Өлкән улдары. Мин ҡустым­дың тәрилкәһен, сәй эскән стаканын да йыуам!
Ҡатын. Үәт-үәт, тәрилкә һәм стакандар йыуыу – бер!
Бәләкәй улдары. Сүп-сарҙы сығарам.
Ҡатын. Һай, рәхмәт яуғыры, Сүп-сар сыҡты – бер, ҡашығаяҡ­тар йыуылды – ике... йә, йә, аш һыуына...
Ир. Айлыҡ эш хаҡын тулыһынса һиңә бирәм!
Ҡатын. Һатылды! Афарин! Тәүге бишбармаҡ көрән күлдәк­тәге иргә һатылды!!!

Р. ЫРЫҪҠУЖИНА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: