+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
3 Сентябрь 2022, 14:00

Һуҡырҙарға – бионик күҙ

Һуҡырҙар ҙа киләсәктә яҡты донъя матурлығын күрә аласаҡ. Австралия ғалимдары бионик күҙ яһаған.

Һуҡырҙарға – бионик күҙ
Һуҡырҙарға – бионик күҙ

Был яйланма һуҡыр кеше өсөн ҙур ярҙам буласаҡ: имплантант баш мейенә тоташтырыла, ә баш өҫтөнә урынлаштырған камера сигналдарҙы шунда ебәрәсәк.

Әлегә прибор “Gennaris” тип атала. Уның нигеҙендә – микроэлектродтар, улар, әйтеүебеҙсә, баш мейенә тоташа. Махсус процессор камеранан килгән мәғлүмәтте эшкәртә.

Был бионик яйланманы  Австралияның Монаш университеты ғалимдары командаһы эшләгән. Уны барлыҡҡа килтереү өсөн ун йылдан ашыу ваҡыт кәрәк булған. Быйыл операция өҫтәленә өс һарыҡ ятҡырылған. Уларға бионик яйланма урынлаштырылған. Ул яҡшы эшләп киткән, малдар үҙҙәрен һәйбәт хис итә. Тиҙҙән ғалимдар кешеләргә операция яһай башлаясаҡ.

Фото: zen.yandex.ru

"Кызыл таң" гәзитенән.

Һуҡырҙарға – бионик күҙ
Һуҡырҙарға – бионик күҙ
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: