+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
4 Сентябрь 2022, 12:00

"Әбәк"

Улар, оҙаҡ йылдар үткәс, ҡалала осрашты. Ғәлләм инде етенсе тиҫтәне ваҡлаһа, Самат ир уртаһы булып еткәйне. Ут күршеләр булып ғүмер иткән ирҙәр һағынышып күреште. Ауылдан күптән сығып киткән Ғәл­ләм абзый кем бар, кем юҡ, кемдең ҡайҙа булыуын ауыл башынан төшөп һо­раштырҙы.

"Әбәк"
"Әбәк"

Хә­тере шәп икән әле ҡарт­тың, күп иҫтәлектәрҙе үҙе ҡуҙғатып ебәрҙе. Ә Самат уның үҙенән бер ваҡиғаның «төбөнә тоҙ һалдыраһы» килеп, мыйыҡ аҫтынан тигәндәй йылмайып торҙо. Ниһайәт, яйын тура килтереп, һүҙ ҡуҙғатты ул:
– Әй, Ғәлләм абзый, теге ваҡыт мунсаға һинең яныңа еләк кеүек ҡыҙ индерҙем… Һин миңә бер “ярты” тейешһең инде… – тине, мут ҡарашын күр­шеһенә төбәп. Ғәлләм абзый бер миҙгелгә генә быуылып ҡалды, унан: “Булманы ундай хәл, булманы! Юҡты һөйләмә!”– тип, ҡырт киҫеп, китеү яғын ҡараны...
Их, был Саматтың мутлығы! Бер һүҙе етте. Кешенең татлы һағыныу-һағыштар менән һу­ғарылып, уйҙарында булһа ла тыуған яғында үт­кәр­гән бер нисә көндөң хозурлығы, хыялдары, иҫтәлектәре, уртаһынан әрҙәнәһен тартып алған утын өйөмө кеүек, ишелде лә төштө. Белмәй шул Ғәлләм абзый Саматтың теге ваҡыт ни май­тарғанын. Белмәй! Белһәме?..
Ул ваҡытта Ғәлләм – утыҙға етеп килгән буйҙаҡ егет, Самат малай ғына ине әле. Утынлыҡта балта менән ниҙер юнып маташа ине Самат. Шул саҡ Нәзирә апаһының, тыны бөтөп, йортҡа кереп ҡасҡанын күреп ҡалды. “Тағы шул күршеләге һа­баҡ­ташы Раниса менән ”әбәк“ле уйнап сабы­ша­ларҙыр инде. Һи, бала-саға, туғыҙынсыны бөтөр­ҙөләр үҙҙәре”, тип уйлап ҡына өлгөрҙө Самат, уҡтай атылып Раниса килеп етте. Ул, уңға-һулға ялт-йолт ҡараш ташланы ла, Саматҡа баш ҡағып: “Ҡайҙа?“– тине. Оҙаҡ уйларға ваҡыт юҡ, апайҙы ла һатырға ярамай… Малай, ике уйлап тормай, мунсаға төртөп күрһәтте. Ранисаға шул ғына кәрәк ине. Хәҙер ул Нәзирәгә ”әбәк“ һуғасаҡ та, сығып ҡасасаҡ. Йөрөһөн әйҙә ”әбәк“ле булып… Ҡыҙ, бесәй кеүек кенә атлап, мунса коридорына үтте. Шунан, тотҡаһына йәбешеп бер тын алды ла, мунса ишеген кинәт кенә асып, йәшен шарылай эскә ыр­ғылды… Һәм ... шунда уҡ уҡтай аты­лып кире килеп тә сыҡты! Бурлаттай ҡыҙарған ҡыҙ, күҙен алған күгәүен кеүек, ҡапҡа яғына елдерҙе. Артынан ҡапҡа ябылып, туҙаны ултырып өлгөрмәне, мунса ишегенән Ғәлләмдең аҡ күбеккә батҡан башы күренде. Был мәрәкә хәлгә шаһит булған Самат, асҡан ауыҙын ябырға ла онотоп, бүкәнгә “лып” итеп килеп ултырҙы. Һабын күбеге әсеһенә сыҙай алмай, күҙҙәрен ҡыҫҡылай-ҡыҫҡылай, күрше ағайҙың: “Уһ-һ-һ! Нимә булды ул? Уһ-һ-һ!… Нимә булды?” – тигәнен генә шәйләне малай...

Р.S. Ғәлләм ағай ”һынмау“ сәбәпле, мунса эсен­дә ни булғанын һаман белмәйбеҙ, әммә, ҡыҙҙың ҡулы ҡалтырамаған булһа, ”әбәк“ Ғәлләм ағайҙа ҡалған булырға тейеш…

Алһыу ТӨХВӘТУЛЛИНА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: