+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
4 Сентябрь 2022, 11:00

Һөмһөҙ

Ял көндө тотош ғаиләбеҙ менән магазинға барып, өй­гә кәрәк-яраҡ һәм аҙыҡ-түлек алырға булдыҡ. Машинаны туҡталҡаға ҡуйҙыҡ та магазинға инеп киттек. Урап ки­леүебеҙгә беҙҙе сюрприз көтә ине. 

Һөмһөҙ
Һөмһөҙ

Кемдер “Хаммер”ын машинабыҙға терәп тиерлек ҡуйған, ни алға, ни артҡа китерлек түгел. “Хаммер”ҙың хужаһын көткән арала яны­быҙға егет менән ҡыҙ килде. Машиналары беҙҙеке менән йәнәш торғанлыҡтан, улар ҙа ҡамалғайны.
Ике сәғәт самаһы көтөргә тура килде. Машинаның хужаһы “ҡурсаҡ” – сәсен һарыға буятҡан, баштан аяҡ ал­­­тынға күмелгән ҡыҙ булып сыҡты. Уның бер ҡайҙа ла ашыҡмағанлығы күренеп тора, хатта беҙҙе күргәс тә иҫе китмәне. Кем менәндер оҙаҡлап телефондан ләстит һатты. Егет әҙәпле генә дәғүә белдерә башлағас, тыңлап та бөтмәй, юлдан яҙған ир-аттарҙан да уҙҙырып, уны урыҫ­тарҙың “данлыҡлы” өс хәрефенә оҙатты. Өлөш ба­рыбыҙға ла мул ғына төштө. Егетте иһә бөтөнләй бөтөрөп ташланы: “Мин шылтыратһам, биш минуттан бында менттар килеп етәсәк, машинаңды ҡайһылыр ереңә тығып ҡуясаҡтар!”
Һөмһөҙ ҡыҙ машинаһына ултырғас, моторын ҡабыҙҙы ла алға уҡтай атылды. Туҡталҡанан юлға сығыуы булды, гаишниктарҙың машинаһына барып та бәрелде.
Ватыҡ “Хаммер” янынан үткәндә шул күҙгә ташланды: береһенең – ҡашы, икенсеһенең танауы емерелгән гаишниктар донъя яңғыратып һүгенгән “ҡурсаҡ”тың ҡулдарын ҡайырып маташа ине. Сумкаһында соҡона, телефонын алмаҡсылыр, күрәһең...
Донъяла ғәҙеллек барыбер бар икән, тип уйланым эстән генә.

А. БУЛАТОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: