+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
6 Сентябрь 2022, 15:00

Офиста эшләү ҡағиҙәләре

Эшкә урынлашыуың менән! Түрә-ҡараң­дан һүҙ ишет­мәй оҙаҡ йылдар эшлә­йем ти­һәң, ҡайһы бер ҡағиҙә­ләрҙе үтәү мотлаҡ.

Офиста эшләү ҡағиҙәләре
Офиста эшләү ҡағиҙәләре

Кабинеттан бер ва­ҡыт­та ла ҡағыҙ тотмайынса сыҡ­ма. Ҡағыҙ тотҡан кеше мөһим кәңәшмәгә ашы­ғыусы егәрле хеҙмәткәр той­ғоһо ҡалдыра. Буш ҡул менән йөрөүсе тура­һында ашханаға китеп бара йәки тәмәке көйрә­тергә сыҡҡан, тип уйлайҙар. Бынан тыш, өйҙә лә эшләй икән тип әйтһендәр өсөн, эштән киткәндә үҙегеҙ менән мөмкин тиклем күберәк ҡағыҙ алығыҙ.
Компьютер. Көноҙон компьютер алдында ул­тырһаң, сит кешеләр һине, әһә, был баш күтәрмәй эшләй икән, тигән фекергә килер. Ә һин иһә шәхси почтаңды уҡый, чатта ултыра йәки күңелеңә оҡ­шаған уйынды уйнай алаһың. Түрәң тотһа ла борсолма, күҙ ҙә йоммай, беҙҙең ойошмаға кәрәкле яңы программа өйрәнәм, тип әйт. Һис шикһеҙ ышаныр.
Өҫтәл. Документ­тар­ҙы өҫтәл тултырып таратып һал. Үткән йылғы­ла­ры ла быйылғылары һымаҡ күренә. Шуны онот­ма, иң мөһиме – күләм. Уларҙы төрлө өйөмдәр араһына ҡыҫ­тыр. Бе­рәй­һен көтһәң, уға кәрәкле ҡағыҙҙы шул өйөмдәр араһынан ашыҡ­­­­майынса ғына эҙ­ләп алып бир.
Автомат яуап би­реүсе. Бындай аппара­тың бул­һа, бер ваҡытта ла трубканы алма. Шуны хәте­реңдә тот: кешеләр һи­нең сәләмәтлегең ме­нән ҡыҙыҡ­һынмай, улар ни­мәлер эшләтер өсөн шылтырата. Ваҡыт-ва­ҡыт мәғлүмәттәрҙе тың­ла. Әгәр кемдер һине эш менән күмергә йыйына икән, уға тә­нәфес ваҡы­тында шылтыратып (ә ул урынында түгел), хәбә­реңде автомат яуап би­реүсегә ҡалдыр.
Ҡасан ҡайтырға? Эш­­тән һуң­ға­раҡ китергә тырыш, бигерәк тә түрәң кабинетында ултырһа. Был ваҡытта кроссворд сис, журнал уҡы. Китер алдынан мотлаҡ түрәң­дең кабинеты янынан үт, үҙе күр­мә­һә лә, сек­ретар­ша­­һының күҙе­нә мотлаҡ са­лыныр­һың. Түрәңә эштән һуң (22:10, 7:05), шулай уҡ ял һәм байрам көн­дә­рен­дә мөһим элек­трон хәбәрҙәр ебәр.
Һүҙ запасыңды тулыландыр. Яңы компьютер журналдары уҡып, таныш булмаған һүҙ­ҙәрҙе һайлап ал. Уларҙы түрәң менән һөй­ләшкәндә иркен ҡуллан. Иҫеңдә тот: уға һине аңлау мот­лаҡ түгел, әммә тәьҫире иҫ киткес бу­ласаҡ.
Ике пинжәк тот. Запас пин­жәгеңде ултырғыс­тың арҡаһында ҡалдыр. Был һин ҡайҙалыр ошонда йөрөй йәки бер нисә минутҡа ғына сыҡҡан тигән тойғо ҡал­дырыр. Икенсе пинжәгеңде урамға йөрөргә сыҡҡанда йәки эш ваҡытында үҙ пробле­ма­ларыңды хәл иткәндә кей.

ЮЛАМАН.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: