+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
10 Сентябрь 2022, 14:00

Мәжбүри өйләнеү

Университетта уҡыйым. Имтихан тапшырғас, дуҫла­шып йөрөгән егетем өйгә ҡайтарып ҡуйырға булды. Төш ваҡыты, юлда машиналар әллә ни күп түгел. Көт­мәгәндә беҙҙе арттан төкө­нөләр.

Мәжбүри өйләнеү
Мәжбүри өйләнеү

Кабинанан егет менән ҡыҙ сыҡты. Дуҫым ҡыҙып-ҡыҙып нимәлер аңлатырға тырыша, ә егет ысын мәғәнәһендә үке­­реп илай! Бындай хәлде күреп, дуҫым йомшара төш­тө:
– Йә, ярар, ниңә үкерә­һең?.. Барыһы ла тәртиптә. Страховка ҡаплар әле.
Егет һыҡтауҙан туҡтарға уйламай ҙа. Дуҫым:
– Етер инде, “автограж­дан­­каң” барҙыр бит?
– Страховка барлыҡҡа бар ҙа ул, тик унан ни фәтүә!!!
– Бигерәк һәйбәт! Ир була бел, үҙеңде ҡулға ал! Маши­на һинеке, страховкаң бар, ниңә һыҡтайһың? Үҙ-үҙеңде бөтөр­мә. Теләһеңме, хатта гаиш­ник­тарҙы ла саҡыртып тор­май­быҙ. Тыныс ҡына айы­­рылышайыҡ.
Егет ҡапыл тубыҡланды ла йоҙ­роҡтары менән асфальтты төйөргә тотондо...
Бөтөнләй ҡаушап ҡалған дуҫым, ни эшләргә лә бел­мә­йенсә, тегенең ҡыҙына бо­ролдо. Уныһы иһә үҙен ты­ныс тота, әйтерһең, машиналарын бәрҙермә­гән­дәр.
– Исмаһам, һеҙ әйтеп ҡара­ғыҙ. Уңайһыҙ ҙа баһа...
– Беләһегеҙме, – тине ҡыҙ, – машина минеке. Беҙ бә­хәс­ләштек, рулгә ултырғас, бер аҙна эсендә кемдеңдер маши­наһына бәрелә икән, ул миңә өйләнергә тейеш. Аҙна тамам­ланырға дүрт көн бар әле...

И. МӘСӘЛИМОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: