+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
11 Сентябрь 2022, 12:00

Тәбиғәт ҡосағында

– Вәсбиә! Вәсбиә, тим! – Нимә булды тағы?– Иртәгә – шәмбе, ҡала ситенә, тәбиғәт ҡосағына ял итергә сығабыҙ. Әҙерлән!..

Тәбиғәт ҡосағында
Тәбиғәт ҡосағында

Ире Мәймүндең ауыҙынан был һүҙҙәр сығыу менән, ер-күк һөйөндө Вәсбиә – һөрөмлө, тынсыу ҡала һауаһынан ғарҡ булғайны ул. Балалары иһә шатлыҡтан һикерешә үк башланы. Бәй, шулай булмай, ихатала, йәғни кескәйҙәр уйнай торған урында, ағастар юҡ дәрәжәһендә бит. Киҫеп, машиналарға урын әтмәләйҙәр. Етмәһә, урам­дарҙы киңәйтәбеҙ, тип, урам буйындағы ағастарға, ҡыуаҡтарға ла балта күтәрә башланылар... Ә әҙәм, өлкәнме ул, кескәйме, – тәбиғәт балаһы, ул тәбиғи мө­хиткә ынтыла.
Иртәгеһен Мәймүн, бисәһе Вәсбиәне, бәләкәй улы Ураҙбай менән ҡыҙы Ҡылминурҙы джипҡа ултыртып, юлға ҡуҙғалды. Ҡала ситенә сығып оҙаҡ барманылар, урман юлына боролдолар. Урман тигәс тә, шүрәлеләр тулы, йырып сыҡмаҫлыҡ ҡара урман түгел ул, аҡландар ҙа байтаҡ бында.
– Мәймүн! Ана теге аҡлан ҡырыйына, ялбыр ҡайын үҫкән урында туҡталайыҡ, – тине осло күҙле, үҙ һүҙен һүҙ итергә күнеккән Вәсбиә. – Бик күркәм төбәккә оҡ­шаған, шундай төштө яратам мин.
Вәсбиәһенең һүҙенән сыҡмаҫҡа өйрәнгән Мәймүн рулде шул тарафҡа борҙо. Килеп еттеләр. Әммә, ни күҙҙәре менән күрһендәр, уларға тиклем бында кемдәрҙер табын ҡороп, рәхәт сиккән, тирә-йүнгә буш шешәләр, аҙыҡ ҡалдыҡтары, ҡурҙаҡ бешергәндән тороп ҡалған торомбаштар, башҡа сүп-сар һибелгәйне.
– Фу-у-у, әшәкеләр! – Мәймүн, машинанан да төшөп тормай, тиҙерәк был урындан тайыу яғын ҡараны.
– Ҡәбәхәттәр! Ҡулдары арттарына етмәй! – тип эләктереп алды уның һүҙҙәрен Вәсбиә, кемде булһа ла һүгергә яй сығыуына сикһеҙ һөйөнөп.
Хатта балалар ҙа өндәшмәй ҡала алманы.
– Алама апайҙар булып киткән бында, – тип мығырҙанды Ураҙбай.
– Апайҙар түгел – ағайҙар! – тип төҙәтте уны әсәһенән күреп бәхәсләшергә оҫтарған Ҡылминур.
– Кем булһалар ҙа, әшәкеләр улар! – тине йән асыуын һаман баҫа алмаған Мәймүн.
– Әшәке түгел, ҡәбәхәттәр! – тип төҙәтте уны һәр саҡ һуңғы һүҙҙе әйтергә күнеккән Вәсбиә.
Бер аҙ барғас, алда йылға яры шәйләнде.
– Ана шәп урын! Иркенләп һыу инәбеҙ былай булғас! Һары таҙа ҡомда ҡыҙынырға күптән хыяллана инем! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Вәсбиә. Хатта сисенә үк башланы.
Килеп еттеләр. Инәкәйем! Яр буйы баяғы ерҙән дә бысраҡ ине! Тирә-йүнгә шундай уҡ буш шешәләр, аҙыҡ ҡалдыҡтары, ҡурҙаҡ бешергәндән тороп ҡалған торомбаштар, башҡа сүп-сар һи­белгәйне.
– Әшәкеләр! – тип кенә ҡалманы, был юлы ауыҙ эсенән генә һүгенеп тә алды Мәймүн.
– Ҡәбәхәттәр! – тип йөпләне уны Вәсбиә, ағыуын сәсергә яй сығыуына һөйөнөп.
– Алама апайҙар! – тине Ураҙбай.
– Алама ағайҙар! – тине Ҡылминур.
Тағы әллә нисә урында шундай уҡ күренешкә тап булдылар ашҡынып тәбиғәт ҡосағына ташланыусылар.
– Ана теге тау башына күтәреләйек, булмаһа, – тип тәҡдим итте аптырағас Вәсбиә.
Ысынлап та, йәшел ҡыуаҡлыҡтар менән ҡап­ланған тау башына быға тиклем “әшәкеләр үә ҡәбәхәттәр” әлегә аяҡ баҫмағайны. Вәсбиә менән Ҡылминур, ашъяулыҡ йәйеп, табын әҙерләргә тотондо, Мәймүн менән Ураҙбай ҡурҙаҡ бешереү хәстәрен күрә башланы...
Ашанылар, эстеләр, рәхәтләнеп ял иттеләр улар тәбиғәт ҡосағында. Шәп иттек әле килеп, тип һөйөнөштөләр. Бысранмаған урын эҙләп ыҙа­ланыуҙары тамам онотолдо шикелле.
Күтәренке кәйеф, көр күңел менән ҡайтыр яҡҡа йүнәлделәр.
Уларҙан һуң был урында буш шешәләр, аҙыҡ ҡалдыҡтары, торомбаштар, башҡа сүп-сар һибелеп ятып ҡалды...
– Әшәкеләр! – тинем мин, яҙмамды тамамларға ниәтләп.
– Әлбиттә, шулай! – тип өҫтәне һуңғы ғәҙел һүҙҙе әйтергә күнеккән баш мөхәррир.

Уҡбай УРМАНТАЕВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: