+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
12 Сентябрь 2022, 13:00

Мәймүнем минең

(Көлкөлө монолог) Әллә ни эш­лә­­не тор­мо­шо­боҙ! Ал­дың­­ды-ар­тың­ды ҡа­рап йөрө­мәһәң, төп башына ул­тыртырға ғына торалар. Бер көндө почта тартма­һаһына са­ҡырыу билеты һалып киткәндәр.

Мәймүнем минең
Мәймүнем минең

Театрға. Бындай яҙыу ҙа ҡал­дырғандар: “Һеҙҙе кем хөрмәт­лә­гәнен театрҙан ҡайтҡас бе­лер­һегеҙ». Мәймүнем әйтә, ба­райыҡ, барайыҡ, бушҡа бит, ти.
Барҙыҡ театрға. Рәхәтләнеп күңел асып ҡайттыҡ. Шәп булды. Әммә ҡайтҡас һуштарыбыҙ китте – өйҙө талап сыҡҡандар! Яҙыу ҙа ҡалдырғандар: “Һеҙҙе кем хөрмәтләгәнен белдегеҙме инде?” – тигәндәр.
Кит, минең Мәймүнем кеүек мәймүн ир булмаҫ! Үҙе алдаҡсы, етмәһә. Бер көн шулай балыҡтан ҡайтты ла, һөйләгән була. Ем алып барырға онотҡанмын, ти. Шунан, ти, ауыҙына баҡа ҡапҡан йылан күреп ҡалдым, ти. Тегенең баҡаһын тартып алдым да, ту­раҡлап ҡармаҡҡа кейҙерҙем, ти. Йылан үпкәләмәһен өсөн, хәмер эсерҙем, ти. Шунан, ти, бер заман һиҙәм: арҡама кемдер һыр­палана, ти. Ҡараһам, теге йылан, ти. Был юлы ауыҙына өс баҡа ҡапҡан, ти. Миңә һуҙа, ти. Әкә­мәт. Оҡшап киткән йыланға хәмер.
Мәймүнемде әйтәм, балалар­ҙы бар тип тә белмәй инде бына. Бер саҡ шулай, балаларға күҙ-ҡолаҡ бул, тинем дә, ҡайҙалыр киттем. Ҡайтҡас һорайым, йә, ни­сек, интектермәнеләрме, тим.
– Икеһен йоҡлаттым, бынауы өсөнсөһө генә һис тыңламай, ап­тырағас, бәргеләп алдым, – ти.
– Эй, Алла, – мин әйтәм, – йүн­һеҙ, һуң ул бит күрше малайы! – тим. – Уйнарға кергәйне, – тим. Нисә балаһы барлығын да бел­мәй, әпә!
Миңә лә иҫе китмәй. Тун алып бир тип нисә йыл инәләм. Ни, ти, һиңә тун алмаһаҡ, әллә нисә хайуан иҫән ҡаласаҡ, аңлайһың­мы шуны, ти. Тәбиғәтте һаҡларға кәрәк, ти. Экология йылы бит, ти. Мин дә уға хәҙер итле аш бе­шермәйем. Былай әллә нисә хайуан иҫән ҡала, тәбиғәтте һаҡларға кәрәк, тим.
Бер көндө кәбеҫтә алырға ебәрҙем үҙен. Ниндәйен алайым, ти. Үҙеңдең башың ҙурлыҡты ал, тинем. Әй, әкәмәт, магазинға бар­ған да, һәр кәбеҫтә башына эшләпәһен кейҙереп ҡарап ал­ған! Асыуланма инде, кәбеҫтә бер үлсәмгә ҙур булды, минең баш­ҡа тап килгәнен таба алма­ным, ти.
Бер заман улыбыҙ Ураҙбай һорай:
– Ата-а-а-й, һуғыш нисек башлана ул? – ти.
– Бына, мәҫәлән, – ти атаһы, – Америка менән Англияның аралары боҙолоп китте, ти...
Шунда мин ҡыҫылдым:
– Улар бер ҡасан да дошман­лашмаясаҡ! – тинем.
– Мин миҫал өсөн генә әйтәм бит, – ти Мәймүн.
– Һин баланың башын юҡ-бар менән ҡатыраһың!
– Үҙеңдең башың ҡатҡан, туң баш!..
Шулай тиеүе булды, тондорҙом тегенең башына сүмес менән!
Улыбыҙ Ураҙбай әйтә, рәхмәт, атай-әсәй, һуғыштың нисек баш­ланғаны аңлашылды, ти.
Иремде әйтәм, ет­мә­һә, эсә. Үҙе аҡлан­ған була бит әле ул. Ни ти, мин, ти, ни ҡәҙәрле нығыраҡ эсһәм, шул тиклем нығыраҡ ҡу­лым ҡал­ты­рай, ҡулым ни ҡә­ҙәрле нығыраҡ ҡалтыраһа, шул тиклем күберәк араҡы түгелә, эслидә­үәтелнә, ни ҡәҙәрле кү­­берәк эсһәм, шул тиклем әҙерәк эсәм, ти. Һыйыр!
Бер көн иртән генә ҡайтып инде.
– Мин барыһын да беләм, – мин әйтәм. –Полиция шылтырат­ты. Һин төнгө сәғәт өстә электр бағанаһын ҡосаҡлап йоҡлаған­һың, – тим. Мәймүн әйтә, нимә, хә­ҙер бағананан да көнләшә башланыңмы ни инде, ти.
– Етер һиңә бер туҡтауһыҙ эсергә! – тим.
– Ә минең йылдар буйы эсмә­үемде белмәйһеңме ни? – тигән була.
– Ҡасан? – мин әйтәм.
– Бәләкәй саҡта, – ти. Әпә!
Мәймүнем ике көн ҡайтмай йөрөгәс, ҡайғымды күрше ҡатын­ға һөйләнем.
– Миңә бик ауыр, – тим, – уның ҡайҙалығын да белмәйем.
– Ҡайғырма, – ти күрше, – уның ҡай­ҙа икәнлеген белһәң, һиңә та­­ғы ла ауырыраҡ булыр ине, – ти.
Үҙенә күрә түгел ул. Бер танышы минең Мәймүндән:
– Кисә ниндәй бик йәмһеҙ ҡатын менән китеп бара инең ул? – тип һораған.
– Минең бисәгә әйтмәһәң, әйтәм, – тигән минең ир.
– Әйтмәм, – тигән тегеһе.
– Минең үҙемдең бисә ине ул, – тип әйтә, ти, минең ир. Хәс­терүш! Үҙен белмәй, кендек! Шунан, шул танышына һөйләй, ти, минең бисә гел генә минең алда теҙләнә, тип әйтә, ти.
– Ә нимә тип әйтә һуң ул? – тип һорағас:
– Ҡатын, теҙләнә лә: “Сыҡ карауат аҫтынан, ҡурҡаҡ!”, – тип әй­тә, ти.
Бер көндө пыр туҙып тиргәштек тә, түҙмәнем, әсәйҙәргә ҡайтып киттем. Бәхете бар ысбулыч Мәй­мүндең, әсәйем дә, атайым ме­нән тиргәшкән дә, өләсәй­ҙәргә ҡайтып киткән булып сыҡты. Кире ҡайттым, нишләйһең. Мәймүн булһа ла, үҙемдең Мәймүнем бит әле ул. Яңғыҙ ирҙәр, яңғыҙ ҡа­тындар былай ҙа быуа быуырлыҡ.
Ҡана, юҡтан ғына сәбәп табып, күңелдәрем булғансы рәхәтләнеп тағы ла бер тиргәйем әле үҙен. Сирләргә сирең булғансы, тир­гәргә ирең булһын, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер шәт.

Мотиҡ МУЛЛАЯНОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: