+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
12 Сентябрь 2022, 10:45

Нисек йәшәгәнбеҙ БИОДРОНһыҙ?

 –  БИОДРОН!!! БИОДРОН!!! – тип уяна бөгөн интернет. Мин дә шул иҫәптә. Әле бына биодрон тигән нәмәне эскәндәрен, ашағандарын, йотҡандарын, һөртөнгәндәрен һәм шунда йөҙөп йөрөгәндәрен күрмәй-ишетмәйсә төнө буйына йоҡлап ятҡанмын. Как я могла?!!  Ана бит, биодронһыҙ тотош ғүмерҙәрен йәшәп үткәрә яҙған кешеләр нимә ти? Улар биодронһыҙ йәмһеҙ, һимеҙ, ауырыу, аңра, һаран, холоҡһоҙ һәм мәғәнәһеҙ булғандар ҙа, әле биодрон эсә башлағандан алып ябыҡ, һылыу, аҡыллы, белемле, энергиялы, уңышлы һәм кәйефле генә булып киткәндәр. Аптырарһың, был был ил, был донъя нисек көн иткәндер бығаса биодронһыҙ?! 

Нисек йәшәгәнбеҙ БИОДРОНһыҙ?
Нисек йәшәгәнбеҙ БИОДРОНһыҙ?

Сәпсим генә лә башһыҙ булған икән тотош халыҡ. Бысағыма кәрәкмәгән тотош медицина, психология, косметология, химия һәм фармацевтика кеүек өлкәләрҙе уйлап сығарып бөткәндәр бит тормошобоҙға биодрон кеүек супер-пупер нәмә, почти тереһыу килерен белмәй. Әткәндәй, әгәр Урал батыр биодрондың булырын белһә, ул тереһыуҙы эҙләп тә ыҙаламаҫ ине. Әллә ниндәй дейеүҙәр, яуыз көстәр менән алышмаҫ та ине. Оҙо-он ғүмер йәшәр ине бит инде. Ииххх!.. Ул заманда биодрон булмаған шул. Шуға ла ҡатын-ҡыҙҙар үҙ аллы, аҡсалы, сауҙалы була алмайса өйҙә генә ултырғандар. Уҡытҡандар шунда мәктәптә, дауаханала табип булғандар, кемдәрелер гәзит яҙған йәки магазинда һатыу иткән, берәүҙәр балалар баҡсаһында эшләгән булғандыр инде. Ә бына биодрон килгәндән алып бөтөн был кәрәкһеҙ хеҙмәттәр икенсе-өсөнсө планға күсеп, беренсе рәткә шул мөғжзәле биодрон торҙо. Иртән уян да биодрон эс – вис тормошоң яйлана, төш ултыр ҙа биодрон аша – һыпа-һылыу була ла ҡуяһың, кис шул биодрон эсенә инеп ят – бөтөн ауырыуҙарың һыпырылып төшә. Икмәк һалма, ҡорот ҡайнатма, аш бешермә бынан ары, хатта магазинға ла йөрөмә аҙыҡ артынан – биодрон бар бит. Ә инде һин берәйһенең командаһына теркәлеп, биодронды һата башлаһаң – у-уййй – әйтеүе лә ҡурҡыныс (шуға шыбырлап ҡына әйтәм) – байыйһы-ыыың. Ысссын! Бынан алып бәпесеңә имсәк бирмә, биодрон имеҙ – тиҙ үҫер, уҡыусы балаңа биодрон эсер – отличник булыр, иреңә әвиткә биодрон һалып бир – туҡ йөрөр, ҡәйнәңә биодрон ҡой – үлмәй ыҙалатыр...

Что то мин бында һеҙҙең менән оҙаҡ ләпелдәп ташланым, ахыры, тағы бер ҡатындың биодрон эсеп күрһәткәнен ҡарамай үткәреп ебәрәм бит хәҙер. Ә инде һеҙ биодронды ҡабул итмәйһегеҙ, рекламаларын ҡарамайһығыҙ һәм (боже упаси!) биодрондың нимә икәнен белмәйһегеҙ икән – һеҙ – отстой!

 

Нисек йәшәгәнбеҙ БИОДРОНһыҙ?
Нисек йәшәгәнбеҙ БИОДРОНһыҙ?
Автор:Миләүшә Ҡаһарманова
Читайте нас: