+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
15 Сентябрь 2022, 13:00

Студенттар

ҠотлайымУҡыу йортон атап тормайым, кем белә, хәтеренә төшөрөр. “Сәйәси һәм хоҡуҡ ғилеме тарихы” фәненән имтихан. Күпселек студенттар һымаҡ, мин дә лекцияларға йөрөмәнем тиерлек. Имтиханда уҡытыусы менән тәүге тапҡыр осраштыҡ, тиһәм дә һис арттырыу булмаҫ. Был тиклем яңы йөҙҙәрҙе күреп, ул да ғәжәпләнде.

Студенттар
Студенттар

Һәр ваҡыттағыса, имтиханға һуңланым. Аудиторияға инһәм, унда бер буш урын да ҡалмаған. Камчаткала иһә аяҡ баҫырлыҡ та түгел. Уҡытыусы алдындағы парта ғына буш. Ул мине үҙенең алдына ултырырға “мөләйем” саҡырҙы. Имтиханды тапшыра алмауым көн кеүек асыҡ. Шпора тураһында уйламайым да.
Уҡытыусы һөйләй:
– Һеҙ күмәк, мин өлгөрә алмайым, шуға күрә зачеткаларығыҙҙы үҙегеҙ тултыраһығыҙ...
Зачеткамды ала (иҫегеҙгә төшөрәм, мин уның ҡаршыһында ғына ултырам), минең миҫалда курсташтарыма нимә яҙырға – шундай-шундай фән, уҡытыусының фамилияһы, исеме, атаһының исеме (ә үҙе быларҙың барыһын да минең зачеткама тултыра), билдә ҡуя, ҡултамғаһын һала. Ҡуйған билдәһенә бер нисә секунд текләп ҡарағас, миңә, шунан ҡалған студенттарға күҙ һала. Бер килке тынып торғас, уҡытыусы былай тине:
– Билдәләрҙе ҡуймағыҙ, үҙем ҡуйырмын, ә һеҙҙе (мине күҙ уңында тота), имтихан биреүегеҙ менән ҡотлайым.
Зачеткамды бирҙе. Мин иһә тиҙерәк сығып тайыу яғын ҡараным. Белмәҫһең, һорарға тотонор. Бер генә билет та алмайынса, иң мөһиме – бер генә һүҙ ҙә әйтмәйенсә бына шулай имтихан тапшырҙым. Ышанһағыҙ – ышанығыҙ, ышанмаһағыҙ – юҡ, уныһы һеҙҙең эш.

Н. ИҒДИСЛАМОВ.

Системаны боҙҙом

Студент йылдарында бик ҡатмарлы имтихан алдынан дуҫтарымдың һүҙен йыға алмай бер нисә көнгә Мәскәүгә барҙым. Рәхәтләнеп күңел астыҡ. Имтихан алдынан ғына ҡайтып төштөк. Таң алдынан. Ике сәғәттән – имтихан. Һис юғы, үҙемә һорауҙарҙы булһа ла сығарып алайым, тип уйлайым. Юҡһа, нисектер килешмәй. Баҫтырып алдым – белмәгән һорауҙарҙы түңәрәкләп сыҡтым. Һөҙөмтәлә утыҙ бишен белмәйем, ун бишенә яуап бирә алам.
Уйымдан ғына стипендия менән хушлашып, аудиторияға инәм. Өҫтәл янына барып баҫыу менән, уҡытыусы ҡулымдағы һорауҙар баҫылған ҡағыҙҙарҙы тартып алды, ҡурҡышымдан уларҙы сумкаға һалырға йәки ҡалдырып китергә онотҡанмын.
– Һин ун биш һорауға әҙерләнмәгәнһең, – ти уҡытыусы. – Уларҙы, башҡалары кеүек, түңәрәккә алмағанһың.
Мин белгән ун биш һорау буйынса ҡыуырға тотонмаһынмы! Егерме минут әңгәмәләшкәс, “бишле” ҡуйып, сығарып ебәрҙе.
Системаны боҙҙом.

Й. АРҒЫНБАЕВА.

Фото: just-interes.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: