+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
16 Сентябрь 2022, 15:00

Ер бүлешеү

(Ҡомһоҙҙоң ҡолағына) Беҙ йәшәгән бәләкәй ҡалала бер мәл “баҡса бумы” булып алды. Баҡса өсөн ер алыу, шунда сыйырсыҡ ояһы ише йорт төҙөү, ял көндәрендә барып бөксәңләү – шөғөл генә түгел, хатта ниндәйҙер кимәлдә йәшәү кимәлен билдәләү сараһы ла кеүек ҡабул ителә ине.

Ер бүлешеү
Ер бүлешеү

Таныштар осрашһа, “Хәл-әхүәлдәр нисек? Балалар үҫәме? Фатир алдығыҙмы?” тигән һорауҙар ыңғайына мотлаҡ “Баҡсаң бармы?” тигәне лә бирелә торғайны. Ҡала янында баҡсаһы булған кеше – тимәк, арыу йәшәгән хәлле әҙәм.
Шул баҡса “сире” беҙгә лә йоҡто. Яңыраҡ өйләнешкәнбеҙ, әлегә бала-саға юҡ, фатир мәсьәләһе лә хәл ителмәгән. Шулай ҙа баҡса участкалары өсөн яңы биләмә бүленгәнен ишетеү менән, ғариза яҙып, ер юллай башланыҡ. Йәйрәп ятҡан ҡола яланда үҙебеҙгә тәғәйен һигеҙ сутыйҙы алып, бында шундай-шундай ағастар, был мөйөштә ҡыуаҡтар, ошонда бәләкәй генә йорт булыр, тип пландар ҡорҙоҡ.
Шул саҡ көймәле матай менән күршеләр килеп төштө. Биргән сәләмебеҙҙе лә алыр-алмаҫтан, былар мотоцикл арбаһынан иҫке шиналар бушата башланы. Ҡатыны бик һауалы ханым күренә: бөйөрөнә ҡулын таянған килеш, биләмәһен арҡырыға буй йөрөп сыҡты ла, түтәл яһау менән булышҡан иремә яҡыныраҡ килеп:
- Беҙҙең участканың сиге бына ошонан үтә! - тип ҡысҡырып өндәшеп, ер бүлеүселәр ҡуйған кескәй таяҡса янына йыуан ғына таяҡты ҡаҙап ҡуйҙы.
- Ә-ә, ярай һуң... – тип әйтеү менән сикләнде минең ир.
Киләһе килеүебеҙгә тегеләр нәмә белмәй ике участка араһында буйынан-буйына соҡор ҡаҙып, шунда иҫке машина шиналары ултыртыу менән мәшғүл ине. Шул эште тырышып-тырмашып, әллә ике, әллә өс аҙнаның ялында дүрт яҡлап эшләп сыҡтылар, йәғни ерҙәрен уратып алдылар. Башлыса ире эшләне, ҡатыны командалар биреп кенә йөрөнө. Матай арбаһынада ул шиналарҙы алып килеү өсөн нисә рейс яһағандыр – иҫәбе-һанына сығырлыҡ түгел.
Улар ер биләмәһен уратып алып бөткәндә беҙҙең баҡсала укроп-маҙар гөрләп үҫеп ултыра ине инде. Сәсеү эштәрендә һуңға ҡалыуын аңлаған күршеләр шунда ғына йән-фарман түтәл яһарға тотондо...
Асылда аҙнаһына бер тапҡыр барып ураған баҡсала кеше еренә сығып нимәлер сәсеү түгел, үҙ биләмәңде ҡарап, тәрбиәләп, эш итеп бөтөү ҙә мөмкин түгел ине. Күршеләрҙә лә, беҙҙә лә йәшелсә, емеш-еләк сәскәндән һуң, сүп үләне үҫергә лә әллә күпме ер ятып ҡалды.
Тиҙҙән был “баҡса бумы” нисектер һүнеп ҡалды. Күптәр баҡсаларынан баш тартып ғариза яҙҙы. Шул иҫәптән күршеләребеҙ ҙә. Теге буйынан-буйына соҡор ҡаҙып, машина шиналары менән уратып алынған ер биләмәһе, сүп үләне генә үҫкән ташландыҡ ер булып ятып ҡалды...

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: