+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
16 Сентябрь 2022, 16:00

Менеджер

Кисә күптәнге танышымды осраттым. Уның автомобилдәр өсөн запас частар һатыусы ҙур булмаған фирмаһы бар. Ҡалала бындай компаниялар күп, ә һатыу буйынса һәйбәт менеджерҙар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Миңә яңыраҡ булған әңгәмә хаҡында һөйләне.

Менеджер
Менеджер

Артабан һүҙ уға.
– Һәйбәт менеджерым эштән китте. Икенсе ҡалаға күсте, унда аҡсаны күберәк түләйҙәр, имеш. Ни хәл итәһең, ебәрергә тура килде. Әле яңыһын эҙләйем. Авитоға иғлан бирҙем. Шылтырата башланылар.
Тәүге кандидаттар ярайһы ғына ине әле. Артабан хөртәйгәндән-хөртәйҙеләр. Ике һүҙҙе ҡушып әйтә алмайҙар. Улар клиенттарға шылтыратып нисек һөйләшер икән?
Хөрттәр араһынан яҡшырағын һайлап алып, өйрәтергә йыйынып бөткәйнем инде. Шунда бер егет килде. 26 йәш, юғары белемле, көлөргә әүәҫ, һөйләгәндә теле телгә йоҡмай, өйләнгән. Үҙенә бер килке ышанып бөтмәүе һиҙелә. Бәлки, тулҡынланалыр, әңгәмәгә килгән бит. Барыбер уны алам, тип уйлайым. Ләкин, ни өсөндөр, эш ҡушырға булдым. Барыһынан элек, ҡыҙыҡ өсөндөр. Көсөргәнеште кәметер өсөн, тип әйтергә лә ярай. Өҫтәлдәге ручканы алып уға бирҙем.
– Миңә ошо ручканы һат.
Ул икеләнеп былай тине:
– Әгәр һатһам, һеҙ мине эшкә алаһығыҙмы һуң?
Вәғәҙә бирергә тура килде:
– Әлбиттә!
Ул кеҫәһенән 500 һум аҡса сығарҙы ла, ручканы һүтеп, аҡсаны тыҡты, күҙ алдымда йыйғас, миңә һондо:
– Был сюрпризлы ручка, 100 һум ғына тора. Сюрприз һеҙгә оҡшар, тип ышанам. Миңә был эш бик ныҡ кәрәк.
Юғалып ҡалманы, тип уйлайым. Кәмит ҡорҙо. Алырға кәрәк.
– Яҡшы, мин был ручканы һатып алам.
Ҡулына 100 һум аҡса тотторҙом.
– Һин эшкә алындың. Ручканы үҙеңә бүләк итеп ҡалдыр.
– Рәхмәт, ул миңә кәрәкмәй, һеҙ уны һатып алдығыҙ бит. Миңә иртәгә сәғәт нисәгә эшкә килергә?
Принципиаль кеше, тип уйлайым. Ручканы алдым, һүттем, 500 һумды сығарҙым, ә ул ялған булып сыҡты.
Һәйбәт менеджер буласаҡ!

К. МУЛЛАБАЕВ.

Фото: fb.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: