+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
18 Сентябрь 2022, 10:00

Әмәл

Уларға ҡаршы көрәшеүҙең бик шәп әмәлен таптым шикелле.Шылтырау. Ҡатын-ҡыҙ тауышы:– Хәйерле көн, мин кем менән һөйләшәм әле?– Йылҡыбаев менән.– Һаумыһығыҙ. Һеҙгә өй интернеты тәҡдим итәм, ниндәй провайдер менән файҙаланаһығыҙ?

Әмәл
Әмәл

– Юҡ, кәрәкмәй.
– Ни өсөн? Улайһа, бәлки, юлдаш ТВ-ыһы?
– Юҡ.
– Бәлки, яҡындарығыҙға йәки таныш­тарығыҙға кәрәктер?
– Һеҙ миңә эшләргә ҡамасау­лайһығыҙ.
– Улайһа, мин һеҙгә һуңынан шылтыратырмын, һау булығыҙ.
– Бер генә секундҡа!
– Эйе?
– Ә һеҙ минең операторымдан бик ҡәнәғәт икәнемде беләһегеҙме?
– Яҡшы.
– Минең матрасым да һәйбәт, яңы!
– Ә мин һеҙгә тәҡдим итмәнем.
– Ә бына машинаны страховкалау менән бер көнгә һуңланығыҙ, кисә генә страховкаланым.
– Беҙ ундай эштәр менән шөғөллән­мәйбеҙ.
– Мин һеҙгә үҙемә эшләткән страховка тураһында һөйләйем әле.
– Кәрәкмәй.
– Был ни бары ике минут ваҡытты аласаҡ.
– Миңә ваҡыт...
– Балет һәм опера театрына минең дә абонементым бар, дөрөҫ, артҡы рәттә, уның ҡарауы, 30 процент ташлама!
– Мин һеҙҙең өсөн бик шатмын...
– Ә мин тағы ла Болгарияға бик шәп турпутевка һатып алдым.
– Мин трубканы һалам.
– Һалмай тороғоҙ. Путевка хаҡы һеҙҙе ҡыҙыҡһындырмаймы ни?
– Юҡ!
– Бәлки, берәй коллегағыҙға ҡыҙыҡ булыр?
– Юҡ!
– Түрәгеҙгә?
– Һеҙ мине мыҫҡыл итәһегеҙме?
– Ярай, улайһа, мин һеҙгә унитаз фирмаһынан алған бүләк тураһында һөйләйем, хаҡы ни бары 49 һум 90 тин.
– Миңә эшләргә кәрәк. Һеҙ минең ваҡытымды алаһығыҙ!
– Ғәфү итегеҙ, миңә һуңғараҡ шылтыратығыҙ, киске һигеҙ уңайлымы?
– Ни өсөн?!
– Үҙегеҙгә кәрәкмәгән интернетты миңә биш йөҙөнсө тапҡыр тәҡдим итер өсөн, ә мин һеҙгә инглиз телен өйрәнеүҙең яңы революцион алымы тураһында һөйләрмен. Беренсе дәрес бушлай, әгәр һуңғы унынсы дәрескә тиклем түҙемлеле­геҙ етһә, һеҙгә үҙегеҙ түләгән аҡсаны тотош...
– (Гудоктор)...
Бер кем дә шылтыратмағанға икенсе аҙна китте.

В. ЗӨФӘРОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: