+13 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
18 Сентябрь 2022, 16:00

Тормош ҡоҙоғо

Бер кешенең ишәге тәрән ҡоҙоҡҡа ҡолаған. Ни эшләргә? Ҡоҙоҡтан, асыуын килтереп, йәлләткес тауыштар ише­телә… Ниһайәт, хужа хәл иткән: ишәк ҡарт, файҙаһына ҡарағанда зыяны күберәк, ә ҡоҙоҡто барыбер күмергә. Етмәһә, ишәкте тартып алырға күпме көс талап ителәсәк.

Тормош ҡоҙоғо
Тормош ҡоҙоғо

Ул ауылдаштарын ҡоҙоҡто күмешергә саҡырған. Барыһы ла тупраҡ ырғытырға тотонған. Ишәк эштең ни менән бөтөрөн аңлап алған да яман итеп баҡырырға керешкән. Бер аҙҙан тынып ҡалған.
Күпмелер тупраҡ ташлағас, хужа ҡоҙоҡто тикшермәксе булған. Күргән­дәренә шаҡ ҡатҡан. Ишәк, тупраҡ ташлаған һайын, ҡағынған да тупраҡ өҫтөнә баҫҡан. Тиҙҙән башы күренгән. Һикереп сыҡҡан да, ут ҡапҡандай, сабып киткән.
Һеҙгә ғүмер юлында төрлө бысраҡ осрар, тормош уны әленән-әле өҫтәп торор. Ләкин өҫтөгөҙгә бысраҡ төшкән һайын, ҡағынығыҙ ҙа өҫкә күтәрелегеҙ. Ошолайтып ҡына тормош ҡоҙоғонан сыға алырһығыҙ.

Б. ХӘКИМОВ.

Фото: wikids.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: