+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
19 Сентябрь 2022, 13:00

Көтөлмәгән һорау

Әхирәтем иренән айырылды. Законға ярашлы, уға бергә йәшәгәндә тупланған мөлкәт­тең яртыһы, атап әйткәндә, ҡала үҙәгендәге фатирҙың яртыһы тейеш.

Көтөлмәгән һорау
Көтөлмәгән һорау

Суд. Ире яғынан – асыуҙары йөҙҙәренә сыҡҡан бер өйөр ағай-энеһе, күн портфель тотҡан күҙлекле тәкәббер адвокат. Әхирәтем яғынан мин генә, джинсы салбар, футболка кейгәнмен. Судта адвокат үткән көн менән ашыҡ-бошоҡ төҙөлгән бүләк итеү килешеүе күрһәтеп, беҙҙе аптыратты. Килешеү ялған, ләкин быны нисек иҫбат итергә?
Нимәгә бәйләнергә икән тип, килешеүҙе ҡыҙып-ҡыҙып теге­ләй-былай әйләндерәм. Ҡапыл теге яҡ өсөн дә, суд өсөн дә, хатта үҙем өсөн дә берҙән-бер һорау биреп, барыһын да шаҡ ҡатырҙым.
– Әфәнделәр! Әйтегеҙ әле, 1989 йылда һеҙ был килешеүҙе йыйыу өсөн компьютерҙы ҡайҙан алдығыҙ, иң мөһиме – баҫтырырға принтерҙы ҡайҙан таптығыҙ?
Ҡаушаған ҡараштар... Адво­каттың аңлайышһыҙ мығыр­лауы... Һәм отолған эш!
Әйткәндәй. Мин адвокат түгел. Мин шәфҡәт туташы.

И. ҒӘМБӘРОВА.

Фото: 9111.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: