+11 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Ғәләмәт бит
1 Ноября 2022, 12:10

Гиннес китабының балалар өлөшө

Ләйсән Бикбулатова ун йәшендә 23 килолыҡ портфель менән йөрөй, был уның ауырлығының 80 %-ын тәшкил итә. Йөгөнөң 18 килограмын класташтары тыҡҡан кирбестәр тәшкил итә. ***

Гиннес китабының балалар өлөшөГиннес китабының балалар өлөшө
Гиннес китабының балалар өлөшө

Кирбескә иң көслө һуғыуҙы йәш каратист Шәкирйән Бью башҡарған. Быны Шәкирйәндең һынған ҡулының рентгены дәлилләне.

***

154 ҡыйшайған сөй! Был рекордты Айҙар Бәширов һәм Өфө ҡалаһының трамвай депоһы ҡуйҙы!

***

Сибай ҡалаһынан Рәмил Ҡарабулатов, бер ямғырлы көндә, йәй буйына уҡырға бирелгән китаптарҙың исемдәрен барлап сыға ала.

***

Гүзәл Кәбирова бер минут эсендә ҡырҡ тапҡыр һүгенеп һәм шуның өсөн ғәфү үтенеп өлгөрә ала.

***

Ете йәшлек Раян Булатовтың тәмәке тартыу стажы 10 йыл.

***

Етенсе класс уҡыусыһы Йәмил Көсөков уҡытыусыны өс минут эсендә сығырынан сығара ала.

***

Айтуған Билалов Башҡортостандағы берҙән-бер ҡайыш телен яҡшы төшөнгән бала. Башҡа бер телде лә ул аңламай.

***

Камил Вәғизов стена аша ҡыҙҙар кейенгән бүлмәне күрә ала. Был эште ул тишек тишеү аша башҡара.

***

Биш йәшлек Сәлим Талипов ҡом ҡаҙа торған көрәге менән 35 йәшлек ир кешене шаңҡыта һуҡҡан һәм уның СМУ № 9-ға ҡараған КАМАЗ самосвалын тартып алған.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас