

"Коллектив эшләргә теләгән һәм эшләйәсәк йәш егеттәрҙән яңынан булдырыла. Персональ рәүештә социаль селтәрҙәрҙә сәхифә булдырабыҙ, ижад һөйөүселәр уларҙы күрә һәм ишетә аласаҡ», – тип белдерҙе ул. Әлегә продюсер яңы төркөм хаҡында башҡа серҙе асманы. Әммә шуныһы күңелде ҡыра, интернеттан элекке төркөм һәм Юрий Шатунов тураһында бөтә материалдар алынасаҡ икән. Ҡарарға теләге булғандар өсөн берҙән-бер мәғлүмәт сығанаҡтары – “Андрей Разин” һәм "Ласковый май" каналында ғына урынлаштырыласаҡ. Сөнки бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған һәм уға эйә булыусылар ғына хроникаға һәм шуға бәйле бөтә нәмәгә хоҡуҡлы. “Яҡынса ике-өс айҙан интернетта бөтә мәғлүмәт юҡҡа сығасаҡ. Һүҙ тапшырыуҙар, урланған кадрҙар һәм видеолар хаҡында бара. Бөтәһе лә алып ташланасаҡ, сөнки патент минең ҡулда ҡала", – тип һыҙыҡ өҫтөнә ала ул.
Андрей Разин "Ласковый май" проектын беренсе тапҡыр ғына эшләмәй. Бынан алда ул хатта тышҡы ҡиәфәте буйынса Юрий Шатуновҡа оҡшаған башҡарыусыны тапҡайны. Әммә “яңы солист” төркөмдөң һәм уның легендар лидерының элекке данын күтәрә алманы. Ай-һай, былары ла булдыра алырмы икән?..
Фото: /fishki.net/