+6 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Ғәләмәт бит
7 Ноябрь 2022, 12:00

Иғландарҙан

“Ойошмаға лампочкалар бороу өсөн буйы 190 сантиметрҙан кәм булмаған электрик талап ителә”. ***

ИғландарҙанИғландарҙан
Иғландарҙан

***
“Күп ҡатлы элиталы йортта йәшәүселәр! Йылылыҡ трассаһын планға ярашлы ремонтлау сәбәпле, һеҙҙең элиталы йортта 20 июлдән 20 авгусҡа тиклем элиталы ҡайнар һыу биреү туҡтатыласаҡ. Элиталы ғәфү үтенәбеҙ. Һеҙҙең элиталы ТСЖ”.
***
“Үҙ проблемаларын оноторға теләп эсеүселәрҙән аҡсаны алдан уҡ түләүегеҙҙе һорайбыҙ”. (Барҙағы иғландан).
***
“Картуф 6 һум. Һуған 7 һум. Ҡарбузға мөрәжәғәт итергә”.
***
“Экскаватор сүмесе аҫтында торған ҡыҙыл “Феррари” хужаһы иғтибарына! Үҙегеҙгә тиҙ арала валидол һатып алығыҙ!”

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас