-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
23 Ноябрь , 15:00

Армия

Байбулдының эштән ҡайтыуын армия көтә. Ныҡлы армия. Рядовойҙан башлап Лейте­нантҡа саҡлы. Байбулды бының ме­нән ғо­рур­ланып бөтә алмай, сөнки ул – армияның генералы, биш бала атаһы.

Армия
Армия

Ҡатыны баһадирҙарҙы таба торҙо, ул исем ҡуша барҙы. Уның Рядовой, Ефрейтор, Сержант, Старшина һәм Лейтенант исемле һөлөк кеүек улдары бар.
Ни өсөн улдары ошондай яңғырауыҡлы исем­дәрҙе йөрөтмәҫкә тейеш әле? Ана, яңыраҡ ҡы­­на телевизорҙан шундай ғәжәйеп ғаилә тураһында тапшырыу күрһәттеләр. Ниндәйҙер бер өлкәлә Байбулды кеүек бер атай ун улына һәм ҡыҙына Царь, Царица, Король, Королева, Звезда, Солнце кеүек исемдәр ҡушҡан. Ә ниңә әле Байбулды ҡалышырға тейеш, ул кемдән кәм?
Ләкин бының сетерекле яғы бар. Ул армия үҙҙәре лә буласаҡ ғаилә башлыҡтарынан ғына тора бит. Улар ниндәй яңғырауыҡлы исем табып бөтөр икән? Хәйер, ҡуян бала тапҡан, ҡуйыр урын тапмаған, тигәндәй, башҡа йәш­тәрҙе лә ошо мәсьәлә ҡурҡыта торғандыр. Бала бар, ә исем табыу һәләк ауыр. Шуға күрә йәштәр хәҙер бер, бик һирәк осраҡта ике бала менән сикләнә лә баһа.

Гөлгөнә АБДРАФИҠОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас в