+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
26 Ноябрь 2022, 16:30

Әлҡәһелһеҙ йола

(Юмореска) Кәнсәләргә барып инер-инмәҫ телефон шылтыраны:– Әлеү-ү, силсәүит Ғәбделғаянов тыңлай.– Ғәбдел Ғаянович, был райондан әле, хаки­миәт­тән. Себеносорғанов – ойоштороу бүлеге. Эш былайыраҡ: үрҙән, йәғни, телевидениенан төркөм килә. Әлҡәһелһеҙ туйҙы төшөрмәкселәр...

Әлҡәһелһеҙ йола
Әлҡәһелһеҙ йола

Ана шул йоланы үткәреү, «Айыҡ ауыл» конкурсының еңеүсеһе булараҡ, һеҙгә йөкмәтелә. Ҡарағыҙ уны, районды оятҡа ҡалдыраһы булмағыҙ... Тү-тү-түү...
Ҡарт бүре Ғәбделғаяновмы һуң аптырап ултырыр кеше. Ана, үрге ос Мә­рүәритдин ағай киләһе аҙнала кинйә ҡыҙын кейәүгә бирә, ти.
Туйҙың иҫерткес эсемлектәрһеҙ буласағы хаҡында теге яҡтан да, был яҡтан да ҡоҙалар иҫкәртеп ҡуйылды. Барыһы ла ҡәҙимге туйҙағыса үтергә, тик әлҡәһел тигән шыйыҡсаға урын булмаҫҡа тейеш.
Ҡоҙаларҙы ҡаршылағандан һуң, телевидение әһелдәре уңайлап урынлашыуға, туй ғәмәле башланды. Ҡотлау-тәбрикләү һүҙҙәре әйтелде, бүләктәр бирелде. Ләкин ошолар бөтәһе лә күңелһеҙ генә барҙы. Кемдер бейергә самалап ҡараны, кемдер йыр һуҙып маташты, тик уларҙың бер рәте лә булманы. Бейеүсе көйөнә тура килтерә алмай, йырсыһының моңо юҡ. Ни өсөн икәнлеге аңлашылалыр... Шулай ҙа ошо рәүешле оҙаҡ дауам итмәне. Бер мәлде, туйлы йорттоң шомло тынлығын боҙоп, таҡмаҡ яңғыраны:
“ ...Эсеп-эсеп эстинаға
Һөйәлеп ултырмайҙар...”
Бына һиңә мә! Бөгөн эсеү тураһында хатта таҡмаҡ та булырға тейеш түгел дә! Юғарынан өлкән-өлкән етәкселәр ҙә килгән. Эсмәгән ауыл, тип маһайып ҡалыр мәлдең үҙе генә! Ә былар – “эсеп-эсеп...” Харап иттеләр былай бар­һа!..
Туйҙағы салт айыҡ­лыҡ, ысынлап та, оҙаҡҡа барманы. Өҫ­тәлдә иҫерткес эсем­лектең әҫәре лә юҡ, ә ҡоҙа-ҡоҙасаларҙың, бигерәк тә йәштәрҙең кәйефе сәйер рә­үештә күтәрелә барыуы күренеп тора. Бы­ның серенә Ғәб­дел­­ғаянов тиҙ төшөн­дө. Бер арала уға ҡара-ҡаршы, ифрат матур ҡоҙаса мәғәнәле итеп күҙ ҡыҫты ла, бармаҡ ишараһы менән аулаҡ бүлмәгә ымланы. Анауы һылыулыҡ саҡырып торғанда ирмен тигән ниндәй ир ҡаршы килә алһын?! Юҡ ундай ирҙәр! Һәм Ғәбдел Ғаянович, үҙ ихтыярынан тыш тигәндәй, шул яҡҡа ыңғайланы.
– Ҡоҙа, үтә күңелһеҙ күренәһең дәһә, похо­рондағы кеүек, – тине теге сибәркәй шыпырт ҡына ян-яғына ҡаранып, – бына ошоно кәгеп ебәрһәң... – Аҡ борсаҡлы ҡыҙыл кәсә һондо.
– Һи... һи... һһин ннимә, ҡыҙыҡай? Әлҡәһелһеҙ туй ба... – башлыҡ ҡатты ла ҡалды.
– Кейәүегеҙҙе хушһынмайһығыҙмы? Әллә ми­нең берәй ерем оҡшамаймы, силсәүит ҡоҙа. Түрәмен тигәс тә...
– Ай Алла, һуң әле... туй... телевидение...
– Быны берәү ҙә күрмәй... – Ҡоҙасаһы шул ҡә­ҙәре итеп ҡараны – өтөп алды. Ғәбдәлғаянов кәсәләген ғолҡолдатып йотҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Шул рәүешле башҡалар ҙа теге бүлмәгә инеп-сыға торҙо. Хәҙер инде ысын туйға оҡшай барған мәжлес ҡыҙҙы ғына. Ҡоҙаларҙың ҡыҙмаса булып алған берәүһе:
– Бына, ағай-эне, беҙ, айыҡ туй, айыҡ туй, тибеҙ, ә ҡайҙа ул туйҙың айығы? Бөтәһе лә... – тип эште боҙа яҙҙы. Ярай әле янында ултырған ҡоҙағый ауыҙын ҡаплап өлгөрҙө. Юғиһә, оятҡа ҡалдыра ине: микрофондар эшләп тора бит.
Аҙна-ун көн үтеүгә араҡы-фәләнһеҙ үткән мөғжизә-туй хаҡында матур ғына телетапшырыу булды. Унда ап-айыҡ көйөнсә бейеп йөрөүселәрҙе, йырлап ултырғандарҙы күрһәттеләр. Уны мәркәз түрәләре, район етәкселәре, барса халыҡ ҡарап ҡыуанып бөтә алманы. Ғәбдел Ғаяновичты, уның ҡулы аҫтындағыларҙы үлтереп маҡтанылар. Тик тамсы ла араҡы эсмәгән бейеүселәрҙең тегеләй-былай сайҡалып ҡуйыуына, йырсыларҙың ныҡ ҡына телдәре көрмәлеүенә берәү ҙә иғтибар итеп торманы. Күрһәләр ҙә күрмәнеләр. Ә тамаша­сыларҙың күпселеге баш ватты: әллә сифатһыҙ лимонад эсеп бер көйлөрәк булды ла китте инде былар? Ә нимәһенә аптырарға, һуңғы мәлдәрҙә ошоноң ише, исем өсөн, әлҡәһелһеҙ йола буйынса үткәрелгән «күрһәтмә туйҙар» торған һайын ишәйә бара. Бына шуныһы эсте бошора.

Иҙрис НОҒМАНОВ.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: