+13 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
3 Декабрь 2022, 17:30

Ғәҙеллек

Ҡунаҡҡа йөрөргә яратам мин. Ләкин саҡырған бе­рәүгә йүгереп бара икән тип уйлай күрмәгеҙ. Үҙем бер яҡшы ғына урында түрә вази­фа­һында булғас, белеп тораһығыҙ­ҙыр, иғтибар үҙәгендәмен. Әнә, үткән йома сантехник Ғата са­ҡырҙы.

Ғәҙеллек
Ғәҙеллек

Иң тәүҙә минән рөхсәт һорап, шунан ғына ҡатынға ет­керәһе урынға, бигерәк ябай ҙа инде, тотҡан да киреһен эшлә­гән. Ҡатын тигәнең ҡолағына төшкәнде ҡуямы ней инде, ул-был алдаштырыуҙарға лә әүрә­мәй, тәки алып китте. Түрә башым менән барҙым инде сан­тех­никка ҡунаҡҡа. Уныһы әллә ниндәй Соҡор урамында йәшәй икән. Ғәҙәттә, урамдарға кеше фамилияһын ҡуша торғайнылар, бында нишләптер, кеше көлдө­рөп «соҡор» ғына тигәндәр. Икен­се яҡтан ҡараһаң, есеменә тап килеп тора: әҙәм аяғы баҫ­маҫ соҡор эсендә бер нисә генә кәүшәйеп бөткән йорт ултыра. Баҡһаң, беҙҙеке кеүек бай, алға киткән комбинатҡа ошо ерҙә йәшәгән берәүҙе эшкә алғандар. Ғәжәп, ней йөҙө менән хужаһын ҡунаҡҡа саҡырған булды икән инде был бахырҡай?
Ҡатыны бигерәк сибәр икән Ғатаның. Ҙурлап ҡаршы алды. Тыш яҡтан ҡалтырап, ҡырҡ терәү менән саҡ торған өй, эс яҡтан ул тиклем үк ҡурҡыныс та түгел. Ике бәләкәй генә балаһын күтәреп, Ғата ла ҡаршы сыҡҡан. Эш урынында күреп өйрәнгән сибек кенә сантехнигыбыҙ үҙ йортонда ысын хужа икәнлеге күренеп тора: ултырғыс-өҫтәл­дәр, шкаф-маҙар – бөтәһе лә оҫта итеп ҡулдан эшләнгән. Өй­ҙәре бер генә бүлмәле булыуға ҡарамаҫтан, бөтә нәмә үҙ урынында, бөхтә, таҙа. Хужалар үҙ­ҙәре лә ихлас. Ҡатыны өҫтәл тул­тырып салат-фәләнен эшлә­гән, төрләндереп бәлештәрен дә бешергән. Ауылса итеп, һоғондороп бишбармаҡ ашаттылар. Ғата гармунда зыйылдата, хәләле иҫте китәреп йырлай, беҙҙе шаяртып-шаяртып таҡмаҡ­тар әйткән була. Ҡыҫҡаһы, рә­хәтләнеп ҡунаҡ булып, ял иттек.
– Йоҡлап ҡайтығыҙ, – тип бер булдылар. Яңғыҙ ғына карауат торған йортта нисек йоҡлап ят­маҡ кәрәк? Етмәһә, үҙҙәре дүр­тәү. Мең рәхмәттәр әйтеп, таң атыуға саҡ ҡайтып киттек. Арып, хәлдән тайып йоҡларға ятҡан ти­һегеҙме? Ғәжәп, был ҡунаҡ бер аҙна ауыр эштән һуң арыу-та­­лыуҙы һыпырып алған кеүек булды. Хатта күңелдәр ҙә көрәй­ҙе.
Шулай ҙа башҡа бер һорау тын­ғылыҡ бирмәне: Ғата минән ней теләй икән? Үҙҙәре бер ҙә зар­лан­май, бер нәмә һора­ма­ны­лар ҙа. Ундай саҡта ҡатын-ҡыҙ телсәр булып юҡ-юҡты әйтеп һалыусан. Ә быныҡы йылмайып, беҙҙең күңелде күреүҙән башы сыҡ­маны. Балаларының да уйын­сыҡтары күп, кейгән кейемдәре лә бөтөн, ғәжәп... Икенсе аҙна­һына эшкә сыҡҡас та Ғата минең менән элеккесә һаулыҡ алышып, үҙенең эшен генә башҡарып тик йөрөнө. Яңы вазифа ла һорамай, эш хаҡын да арттырыуҙы үтен­мәй, ҡыҙыҡ...
Бөгөн яңы урынбаҫарыма ҡу­наҡҡа барҙыҡ. Яңы вазифала эшләй башлауына бер ай ҙа тү­гел, шулай ҙа ҡайһылай шәп булып сыҡты, минең ҡунаҡҡа йө­рөр­гә яратҡанды һиҙеп тә алған!
Ҡала уртаһында ике бүлмәле фатирҙа йәшәйҙәр икән. Өй эсендә бөтә нәмәләре лә бар һымаҡ: күн диван-креслолары, стенка тулы гәлсәр һауыт-йы­һаздары, бүлмә һайын ҡиммәтле телевизорҙары – бына тигән! Тик йыйыштырыу, тәрбиә етешеңке­рәмәй. Ҡатыны ауырлы, бәпес көтәләр икән. Һатып алынған ҡаты-ҡото, бер торт менән рәхәт­ләндереп сәй эсерҙеләр. Йылымыс сәйҙәренән эс күпте. Сы­ғып ҡына китәйек тиһәк, бигерәк һүҙсән булып сыҡты урынба­ҫа­рым, беләктән эләктереп алып, зарланырға кереште бер заман:
– Бына-бына артырға торабыҙ, балаға айырым бүлмә кәрәк. Эш хаҡы етмәй, ашарға алһаҡ – яланғас, өҫтөбөҙгә алһаҡ ас йәшәргә тура килә. Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ...
Хәлдәре мөшкөл шул, бахыр­ҡай­ҙарҙың. Замана балала­ры етеш тормошта тыуырға, етеш йә­шәргә өйрәнергә тейеш. Ойош­­­мабыҙ иҫәбендә ике буш йорт тора, шуларҙың өс бүл­мә­леһен мотлаҡ быларға бирергә кәрәк, тигән уйҙар менән ҡайт­тым. Хәҙер, тамаҡты туйҙырып алам да, урынбаҫарымдың эш хаҡын арттырыуға, теге йортто уға биреүгә приказ яҙып ҡуяйым. Иртәгә йә онотолор, йә тағы берәй мәхлүгенә ҡунаҡҡа барыр­ға тура килер, белеп булмай.

Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: