+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
8 Ғинуар 2023, 12:00

Ҡар һыуы һибеп ҡалығыҙ!

Ҡышын гөлдәргә мул итеп ҡар һыуы һибеп ҡалырға тырышығыҙ. Ҡар һыуы эскән гөлдәр, йәшел тәмләткестәр яҡшыраҡ үҫә, орлоҡтар тиҙерәк сыға, үҫентеләр көслөрәк була.

Ҡар һыуы һибеп ҡалығыҙ!
Ҡар һыуы һибеп ҡалығыҙ!

Крандан аҡҡан һыуға ҡарағанда, ул минералдарға бай, йомшаҡ, уны “тере” һыу тип тә атайҙар. Шуға ла бындай һыу үҫемлектәргә көс бирә, уларҙы нығыта.

Тик был маҡсат өсөн ҡарҙы трассанан, ҡаланан, сәнәғәт предприятиелары урынлашҡан ерҙән ситтәрәк, таҙа урындан алырға тырышығыҙ. Ғөмүмән, үҫемлеккә һипкән ҡар һыуы бүлмә температураһынан 2-3 градусҡа йылыраҡ булырға тейеш. Гөлдәргә  һалҡын һыу “килешмәй”, ул тамырҙарға тиклем төшөп етмәй, бынан тыш, тамырҙарҙы серетә. Шуны ла әйтергә кәрәк, ҡар һыуын оҙаҡ һаҡлап булмай, ул бер ни тиклем ваҡыттан һуң файҙалы матдәләрен юғалта. Шуға күрә ҡыш, яҙ айҙарында гөлдәрегеҙҙе ҡар һыуы менән туйындырып ҡалығыҙ.

Фото: ogorod.ru

 

 

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: