+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
12 Ғинуар 2023, 14:00

БӨТӘҺЕ ЛӘ БӘЙЛӘНЕШТӘ

Кеҫә телефоны менән хәҙер берәүҙе лә аптыратмаҫһың. Кешеләрҙе бер-береһенә бәйләй ҙә кеүек, алыҫлаштырған да һымаҡ үҙе.Бына бер ауылда социаль селтәрҙә төркөм асҡандар ҙа һәр йомош-мәшәҡәтте кеҫә телефоны аша ғына хәл итеп яталар. Һеҙгә нисектер, белмәйем, әммә миңә оҡшаны.***

БӨТӘҺЕ ЛӘ БӘЙЛӘНЕШТӘ
БӨТӘҺЕ ЛӘ БӘЙЛӘНЕШТӘ
“Ҡаҙым юғалды 5 бәпкә эйәрткән, һеҙҙең яҡта күренмәйме?”
“Ана йөрөйҙәр, әле генә ҡыуып сығарҙым”.
“Фотоһын ебәр әле, минекеме икән?”
Фото килә.
“Шул, шул!.. Минекеләр. Беҙҙең яҡҡа ыңғайлат әле”.
***
“Иртәгә Баймаҡҡа барам. Бер урын кәрәк ине”.
“Етенән ҡуҙғалам. Тағы берәйһен тап әле”.
“Хаҡы күпме?”
“200 тәңкә”.
“Мин риза”.
***
“Кисә бер автомобиль номеры таптым. Кемегеҙҙеке?”
“Башлыҡ юғалтҡан тип һөйләнеләр”.
“Ярай, үҙе юғалмағас яҡшы инде”.
***
“Прадается сруп 5х6, сына дагаварная. Абращатса Хамиту по номиру...”.
“Хәмит апа, бынау нәмәңде башҡортса ғына яҙып булмаймы?”
“Һин нимә мине өйрәтәһең ҡустым. Мин йәшәгәнде йәшә әле”.
“Апа шуға әйтәм бит. Башҡортса аңлар инек”.
“Урыҫтар ҙа уҡыһын тип урыҫса яҙам”.
***
“Арҡырытау ышығында көртмәле күп ине. Ҡайһығыҙ һыпырып китте ул?”
“Беҙ йыйҙыҡ. Шунан?”
“Ярай әләйһәң, иҫән-һау ашарға яҙһын”.
 
Автор:
Читайте нас: