-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
13 Ғинуар 2023, 14:00

Яңы йыл төнөндә... йәки ата ҡуян, бер көсөк

Был хәлгә ун ике йыл да үтеп киткән. Шулай уҡ ҡуян йылын ҡаршылай инек. Бер туған апайым менән ике дуҫ егеткә кейәүгә сығып, күршеләр булып йәшәп ятабыҙ. Байрам алдынан осрашып һөйләштек тә, өйләнешеп йөрөгән ҡуяндар булып кейенергә булдыҡ. Апайым менән ҡуян битлеге тектек һәм ул туй күлдәге, ә мин ап-аҡтан костюм-салбар кейҙек. 

Яңы йыл төнөндә... йәки ата ҡуян, бер көсөк
Яңы йыл төнөндә... йәки ата ҡуян, бер көсөк

Жюри ағзалары беҙҙе иң шәбе, тип табып Гран-при бирҙе. Эй, ҡыуандыҡ! Беҙ – әле утыҙға ла етмәгән йәштәр. Шыршы байрамынан һуң дискотекаға ҡалғыбыҙ килә. Тик өйҙә ҡайны-ҡәйнә, балаларҙы алып ҡалып, ҡаш аҫтынан ғына ҡарап оҙатып ҡалды. Оҙаҡламағыҙ, тинеләр бит инде. Юҡ, тигән булдыҡ. Иптәшем: "Әҙерәк йөрөп ҡайтайыҡмы әллә, бер сыҡҡас?" – ти, ә мин ҡурҡам, сөнки ҡайным уҫал. Улын әрләмәй бит инде, таяҡ осо миңә тейәсәк. Эй ярар, бер әрләнгәндән нимә булған, тип ҡул һелтәнем дә, ҡалырға булдым. Шулай саҡта ваҡыт та тиҙ үтә бит. Нәмә белмәй шыршы уратып бейеп йөрөһәм, ирем:" Бар, ҡайтып балаларҙы ҡарап кил, өйгә ипләп кенә ин, атайҙар уянып ҡуймаһын", – тине. Клуб өйҙән ныҡ алыҫ түгел.
Йүгереп ҡайтып еттем дә, аяҡ осонда ғына өйгә индем. Беҙҙең йоҡо бүлмәһе ишек төбөндә. Бесәй кеүек кенә баҫып барып ҡараһам, ике балам да йоҡлап ята. Сәғәт төнгө өс. Шым ғына кире сыҡтым. Ә шул ваҡыт ҡайным тышта булған. Ҡайҙан йоклап ятһындар, беҙҙе көтөп йөрөйҙәр бит инде. Кәртә яғынан башы суҡайғайны, мин атылып ҡапҡа тышына килеп сыҡтым. Урам оҙон, уны буйлап йүгереп китеп булмай, ҡайным хәҙер урамға сығасаҡ. Мине күрҙе бит инде. Сабып барып күршеләр яһап ултыртҡан Ҡыш бабай артына сумып та өлгөрҙөм, баяғы, минең арттан килеп тә сыҡты. Шығыр-шығыр баҫып минең яҡҡа ҡарай атлай башланы. Дер ҡалтырап йәшенеп ятам. Атлай бирҙе лә: "Пшол, пшол, һайт, пшол!" – тип ҡысҡыра бит инде. Мин уның һайын нығыраҡ ҡарға һеңәм. Бер заман бейем килеп сыҡты ла, ҡысҡыра:
– Төн уртаһында кем менән талашып йөрөйһөң ул?
– Ана, бер эт соландан әллә нимә урлап ҡасып сығып китте, өлгөрмәй ҡалдым, юҡ булды, инәңдең башы нәмә! – ти, ҡарты.
– Соланда эт тейерлек аҙыҡ юҡ, әйҙә, ин, – ти, әбейе.
– Әйтеп торам, шыптырлап сығып ҡасты, тип!
– Ярай, ҡасҡан бит инде, тота алмағас, нимә йөрөйһөң таң биреһе ҡошап! Был икәү ҡараҡ этте тотабыҙ, тип, үҙ-ара иреште лә китте. Ҡыш бабай артында мин үҙемде әрләп ултырам: "Шым, Зөлфирә, килен кеше – кәм кеше – алабайға тиң кеше, ятып тор!"
Ололар һүҙ көрәштерә-көрәштерә ишек алдына инеп киткәйнеләр, торҙом да йүгерҙем клубҡа. Килеп ингәйнем, тиңдәштәр: "Ҡайҙа юҡ булдың ул?" – тип һорайҙар. "Күршеләрҙең Ҡыш бабайын ҡосаҡлап ял итеп ятып торҙом!" – тип көлә-көлә хәлде һөйләп бирҙем.
Бына шулай. Ҡайны-ҡәйнә менән йәшәүҙең бер рәхәте, бер михнәте тигән кеүек... ата ҡуяндан бур көсөккә әйләнеүең бер ни тормай!

Зөлфирә ТАҺИРОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: