+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
15 Ғинуар 2023, 15:00

Кәкре ҡайынға терәткәндәр...

Өфөлә йәшәүсе 63 йәшлек ханым телефондан мутлашыусылар тоҙағына эләккән, ул банктың ялған хеҙмәткәрҙәренә өс миллион һумға яҡын аҡса күсергән. Билдәле булыуынса, мутлашыусылар уны өс аҙна буйы алдап, был аҙымға күндергән .

Кәкре ҡайынға терәткәндәр...
Кәкре ҡайынға терәткәндәр...

Аферистар үҙҙәрен банк һәм ведомство хеҙмәткәрҙәре итеп таныштыра, пенсионер ҡатындың банктағы иҫәбендә шикле әүҙемлек күрһәтелә һәм мутлашыусылар аҡсаны урларға теләүҙәрен еткерә. Енәйәтселәр уны кредит алырға һәм алынған аҡсаны «хәүефһеҙ иҫәпкә» күсерергә күндерё. Бер нисә көн дауамында зыян күреүсе банкоматтар аша мутлашыусылар менән күрһәтелгән реквизиттар буйынса 3 миллион һум самаһы аҡса ебәрә. Ә алданыуын һуңынан ғына аңлап ҡала.

Ханым полицияға мөрәжәғәт иткән. Енәйәт эше ҡуҙғатылған. Республиканың Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, быға оҡшаш ысул менән телефон аферистары тағы 11 кешене кәкре ҡайынға терәткән. Зыян күреүселәр ололар ғына түгел, йәштәр ҙә булыуы билдәләнә.

Фото: kasharynews.ru

Автор:
Читайте нас: