-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
16 Ғинуар 2023, 16:00

Гаджетты зарядкала ҡалдырыу хәүефле

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы кеҫә телефоны һәм заряд ҡоролмалары менән хәүефһеҙ файҙаланыуға ҙур иғтибар бүлергә саҡыра.

Гаджетты зарядкала ҡалдырыу хәүефле
Гаджетты зарядкала ҡалдырыу хәүефле

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, былтыр илдә смартфон һәм планшеттар арҡаһында ярты меңдән ашыу янғын теркәлгән. Өҫтәүенә янғындарҙың 86 проценты заряд ҡоролмаларының төҙөк булмауы арҡаһында сыҡҡан.

Гаджеттар менән ҡулланғанда етештереүсе заводтың инструкцияһында күрһәтелгән талаптарҙы теүәл үтәргә, шулай уҡ уларға сертификацияланған заряд ҡорамалдарын ҡулланырға кәрәк. Смартфондар, powerbank һәм башҡа литий-ионлы аккумуляторҙар менән ҡоролмаларҙы төндә зарядландырырға ҡалдырмаҫҡа тырышығыҙ, янғын сыҡмаҫ өсөн уларҙы мендәр аҫтына ла һалырға ярамай. Әгәр телефон 100 процентҡа тиклем ҡеүәтләнһә, уны һүндерергә кәрәк. Гаджетты өҫтәмә зарядкала ҡалдырыу хәүефле һәм янғынға сәбәпсе булыуы мөмкин.

Фото: ru.baku.ws

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: