+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
20 Ғинуар 2023, 13:00

Билдә

(Уймаҡ хикәйә) Мансур ҡустымды каникулда Өфөгә ҡунаҡҡа алып килдем.Тәүге тапҡыр ҡаланы күргән малай бындағы халыҡтың мыж­ғып тороуына, баш ҡаланың ҙур­лығына иҫе китте. Йәп-йәш кенә ҡыҙҙарҙың да, әсәһе тиңе ҡатын­дарҙың да бырах туҙҙырып тәмәке борхолдатыуына ғәжәп­һын­ды. Малай һорау артынан һорау яуҙырҙы.

Билдә
Билдә

–Абау, нишләп бында бөтә апайҙар ҙа тәмәке тарта?
–Ағай, ҡара әле, ҡара, сүплектә анау ағайҙар әллә нимә эҙләй ул.
Мансур беҙ йәшәгән йортто, туҡ­талышты иҫендә ҡалдыра алмай йөҙәне.
– Бында бөтә йорттар ҙа бер төрлөсө. Был тиклем ҡалала кешеләр нисек аҙашмай йөрөй, өйҙәрен нисек таба икән?– тип аптыраны.
Ике-өс көндән ҡустымды театр­ға алып барҙым. Ҡайт­ҡанда автобус беҙҙең туҡ­талышҡа яҡын­лаша башлау менән Мансур беренсе булып ишеккә йүнәлде.
– Ана бит, хәҙер туҡта­лышты ла белә башланың! –тип ҡус­тымды маҡтаған булдым.
–Һы, шуны ла белмәҫкә әллә? – Малай эре сирттер­ҙе. – Анау иҫке бәлтә кейгән хәйер һораусы нисәмә ҡа­рама ошо урында йөрөй бит.
Ҡустым өсөн туҡталыш тамға­һы булған был хәйер­се илебеҙ­ҙең көнитмешенә билдә кеүек тойолдо миңә.

И. ХАҠОВ

Фото: 2128129253.anonymousbrowser.org

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: