-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
21 Ғинуар 2023, 12:00

Көнсөл ир

– Һөйөклөм, мин һи­нең тыуған көнөңә бү­ләк әҙерләргә бул­дым.– Әйт әле, ниндәй бүләк? – Һуңынан әйтер­мен. Тик ул көндө һин хеҙ­мәттәш­тә­рең­де ҡунаҡ­ҡа са­ҡыр, түрәң­де оно­та күрмә. Унһыҙ эш бешмәҫ.

Көнсөл ир
Көнсөл ир

Вәғизәмдең тәҡди­мен хуп­лап ҡаршы ал­дым. Бер аҙ­нанан бүлек мөдире пен­сия­ға сыға. Үәт, шәп булыр! Май­ламайынса таба­нан ҡоймаҡты ла ҡуп­тарып булмай, түрәнең күңе­лен алдан күрә то­рорға кәрәк.
Табында беренсе тосты ҡатыным әйтте:
– Беҙ Вәхит улы менән ул армияға алынғансыға ҡәҙәр үк яратышып йөрөнөк, хат алышып торҙоҡ.
Һөйөклөмдө тыңлап хайран ҡалдым. Атайымдың исеме Вәхит, түрәбеҙҙең дә атаһы Вәхит. Ул ҡаршымда ғына ултыра, етмәһә, аҫтыртын ғына мыҫҡыл итеп көлгән дә кеүек. Минең яҫытабанлығым арҡаһында хеҙмәткә ярама­ғанымды, ҡулыма кәзә билеты тотторғандарын таныштарым онотмаған әле.
Һөйгәнем уның менән дә йөрөгән икән, тип уйлайым үҙемсә. Үәт, ышан был ҡатын-ҡыҙҙарға, ғәрлегеңдән үлер­һең.
Ә Вәғизә – аҫтыртын, ал­даҡсы. Минең “бажа”ға ҡарап, күҙен дә алмайынса маҡтай бирә:
– Илебеҙгә тоғро хеҙмәт иткән өсөн, уны рядовойҙан лейтенантҡа тиклем үрләт­теләр, сит ил шпионын тотҡан өсөн ялға ла ҡайтар­ҙылар.
Әйтәм, ул ваҡытта ҡатыным әле теге ерем, әле был ерем ауырта, тип сит ауылға экс­трасенсҡа аҙна буйы йө­рөнө. Мин, иҫәр, уға ышанған булдым. Ә “бажа” Вәғизәмдең маҡтау һүҙҙәрен тың­лап, уның менән аҙна буйы йөрөгән­дәрен иҫкә алып, туҡ бесәй кеүек, ауыҙын ялап ултыра би­рә. Әлегә ултыр, әйҙә, тышҡа сығып, икмәк шүрле­геңә менеп төш­кәс, белерһең әле нисек мыҫҡыл итергә.
Етер, бөгөндән үк айы­ры­лышам. Ҡыҙым­ды үҙемдә ҡалдырам, йөрө­һөн әйҙә күгәрсен уры­нына. Мине мыҫҡыл итеп, һин никуда нигү­дин, тип әйтеүе юҡҡа булмаған, “бажа”ны яратҡан икән. Ул ғына етмәгән, миңә тыуған көнөмә “бүләк” әҙерлә­гән, имеш. Бүләге шул: хеҙмәткәрҙәрем алдын­да минән көлөү, тү­бәнһетеү.
– Ул – уңған, аҡыллы, мине өҙөлөп ярата. – Вәғизәм һа­ман тел сарлай, туҡтаһын, тип аяғына ла баҫып ҡа­райым, юҡ, үҙенекен һөйләй. Тағы ла “бажа”ны маҡтар ине, әгәр ҙә Ғәли: “Вәғизә килен! Арабыҙ­ҙа ике Вәхит улы, һин ҡайһыһы тураһында һөй­ләйһең?” – тип һорау бир­мәһә.
– Һәр ҡатын-ҡыҙҙың ире­нең яҡшы яҡтарын ғына күр­геһе килә. Мин дә шул сир менән сирләйем. Ләкин тор­мошта теләктәр һәр ва­ҡытта ла ысынбарлыҡ менән тап килмәй. Ирҙәр ҡатын­дарына тик ыңғай яҡтарын ғына күрһәтергә, ысын кү­ңелдән һөйөргә, ярҙам ҡулы һуҙырға, бағанаға ла көн­ләшмәҫкә тейеш. Минең то­сым шундай ирҙәр өсөн! – Вәғизәм бокал­дарҙы күтә­рергә ҡушты.
Мин үҙемдең иҫәр икәнле­гемде әле генә аңланым. Ҡатыныма рәхмәтлемен. Вә­ғизәм арҡыры мин хәҙер бү­лек мөдире булып эш­ләйем.

Фәнүр ХӘБИБУЛЛИН.

Автор:
Читайте нас: