+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
21 Ғинуар 2023, 09:00

Тормош дөрөҫлөгө

Телевизорҙан күрһәтелгән реклама арҡаһында беҙ түбәндәгеләрҙе беләбеҙ: 1. Сағыу күлдәк кейгән һәр ҡыҙ сумкаһында 2 литрлы Vanish йөрөтә.

Тормош дөрөҫлөгө
Тормош дөрөҫлөгө

2. Ҙур, затлы фатирҙарҙа йәшәүсе кешеләр “Роллтон” ашай.
3. Күптән 99 һумлыҡ аҡса сыға­рырға ваҡыт.
4. Уңған хужабикәнең ванналағы кафеле һәр ваҡыт бысраҡ, крандары, плитаһы һәм унитазы тутыҡ.
5. Альп үләнен тартҡан ҡондоҙ айыуҙарҙа йөрөй.
6. Туңдырғыста һөйләшеүсе ҙур билмәндең ятыуы ихтимал.
7. Беҙҙең төп бәләбеҙ – ҡауаҡ.
8. Әгәр ике бәләкәй бала белә-күрә тороп, ап-аҡ күлдәкте бысратһа, порошок тотҡан апай килә.
9. Мейе даими рәүештә ашҡаҙанға ҡунаҡҡа йөрөй.
10. Кешеләр маргарин менән һөйләшә ала.

Р. ФӘРИТОВ.

 
Автор:
Читайте нас: