+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
23 Ғинуар 2023, 11:00

Банкет

(Хикмәте – хәрефтә) – Бесәйебеҙ балаланы! Бөгөн – банкет! Биштәкә бисәләре белдереүгә битараф булманы. Банкетта булыу – бөтмәҫ бәхет. Бөтмөр Бәһиә билен биштән быуҙы: бит бешмәһен. 

Банкет
Банкет

Бесәйе биш балалы – банкетһыҙ булмай, би­сәләр бошонор. Балан бәлеше, бөккән, белен, билмән бешерергә бар булмышын бирҙе. Балаларға боғор-боғор бутҡа беште. Баҡырсанан быу бөр­көлдө. Бүрәнәләр быуаҡланды.
Биҙәнгән Бәғиҙә буҫағаға беренсе­ләрҙән борҡолдата баҫты. Башҡалар ҙа быштырламаны. Бүләктәрен бир­ҙеләр. Бер быуа билмәнде борослап бөктөләр. Бал балы баштарына бәргән бисәләрҙең борсаҡтары беште, бер-береһен бүлдерә-бүлдерә бытылдаштылар.
Барыһын белгән Бәҙерниса:
– Боксер Бакирҙың Байрасы БДИ-ҙы “бишле”гә биреп, БДУ-ға барған, бакалавр булмаҡсы.
– Булыр бала биләүҙән, бәләкәйҙән башлы булды. Булдырған.
Биш бала баҡҡан Бәғиҙә:
– Байғош Батыйҙың Баһауы БДИ-ҙы бирәлмәгән, бөтөнләй белмәгән. Бәләкәйҙән ботланылар, бәйелһеҙ булды.
– Боламыҡ!
– Бешмәгән!
Бәширә бөгөлә биреп бышылданы:
– Бакенбардлы Борька боралҡы Былбылдың башын бутаған. Буйында бар, балнисҡа бармаған, бөжләгән. Борькаһы бирешмәгән: “Бала баш­ҡаныҡы!”
– Бына бәлә!
– Бандит!
Бағымсы Биксибәр:
– Барсынһылыу бөлгән. Бөгәсә бүре быуыр Бахырхан бәйеленә баш булалмай бөйрөк башмағын бысаҡлаған. Барсынһылыуҙың балалары Бахырханды бәргесләгән. Биле биртенгәнсе.
– Бынағайыш, битһеҙ!
– Борон-борондан бурлашты!
Бәһиә:
– Баллыбикә быйыллы-былтырлы бөтөнләй бөтөрөнгән. Быуын­һыҙлан­ған. Бәләбәйгә балаларына бармаҡсы.
– Барһын-барһын, бер бәхете булманы бахырҡайҙың. Бабайы башбаш­таҡ­ланды.
Бөксәйеп бөткән Байтимер бабай байтаҡтан бирле бытылдашҡан бисә­ләрҙе байҡаны. Бишкә бөгөлдө:
– Бер бокал бал бирегеҙсе!
Бәйләнсекте быжғыттылар. Бокалы буш, бысранып бөткән бабай буҙа­рынды:
– Бөлдөрҙөгөҙ.
Бал бөткәс, бөтөнөһө бармаҡ бөгә-бөгә “Бишбармаҡ” бейеүен башҡарҙы.
Банкет бөтөр-бөтмәҫтән бөҙрә болоттар боларҙы. Бармаҡ башындай боҙ-борсаҡ башланды. Бәрәңге баҡ­саһын баҫты. Биштәкәләр борсолдо. Буйлы балаҫта бесәй балалары быр­ҫыл­даны. Бәпкәләр боҫто. Бәләсел бәрәстәр, бәләкәй быҙауҙар баҡырҙы. Болонда бейәләр бышҡырҙы. Быуала баҡалар баҡылданы,балыҡсылар бысранды.

Х. ХӘРЕФШИН.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: