-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
24 Ғинуар 2023, 13:00

Был фараздарға ышанырғамы-юҡмы?

Фәлсәфәсе Мөхәммәд Сидиҡ Әфған математик һандар  менән киләсәкте фаразлай. Украиналағы һуғыштың ҡасан тамамланасағын, Рәсәйҙә һәм киләсәктә ниҙәр буласағын өсөнсө бөтә донъя һуғыштарының ҡасан буласағын да әйткән. НТВ каналында Сидиҡ Әфған менән булған интервью уйға ҡалдырҙы. Ул бит математик иҫәптәр менән киләсәктә ниҙәр буласағын һанап сығара ала. Әйтәйек, Советтар Союзының тарҡалыуын, 2001 йылдың 11 сентябрендә АҠШ-та ике игеҙәк сауҙа үҙәгенең юҡҡа сығыуы хаҡында ла теүәл әйткән кеше. Әле ул 2058 – 2065 йылға тиклем дә ниҙәр буласағын иҫәпләп сығарған.

Был фараздарға ышанырғамы-юҡмы?
Был фараздарға ышанырғамы-юҡмы?

Әлеге мәлдә барыһын да Украина тирәһендә барған ваҡиғалар борсой. Ҡасан һуғыш тамамланасаҡ? Cидиҡ Әфғанға һуңғы арала тик шул һорауҙы бирәләр.

Сидиҡ Әфған 1958 йылда бай ғаиләлә тыуып үҫә. Ата-әсәһенең улдарын Советтар Союзында уҡытырға мөмкинлектәре була, шуға ла ул Липецк менән Ленинградта ике институт тамамлай, урыҫ телен яҡшы белә.

Бөтә донъя һуғышы. Уның иҫәбе буйынса яңы бөтә донъя һуғышы 2055 йылда башланасаҡ. Ул мәғлүмәт һуғышы була.

Рәсәйҙе Сидиҡ икенсе тыуған иле тип һанай һәм күп фараздары уның Рәсәйгә ҡағыла. Өс тиҫтә йыл элек ул Рәсәй өсөн яңы тормош ҡапҡалары 2025 йылда асыла, тип фаразлағайны. 2030 йылда инде Рәсәй сәскә атасаҡ.

Советтар Союзы тарҡалғандан һуң уның яңынан терелеүе 2025 йылға тура киләсәк. Нәҡ ошо йылдарҙа БДБ илдәре Рәсәй тирәһендә берләшәсәк.

Украина. Украинала махсус хәрби операция тиҙҙән бөтәсәк. Быға ышаныуы ҡыйын, әммә Украина беренсе булып берләшеүгә яҙым яһаясаҡ. Уға Чернигов ҡалаһы янында булған ваҡиға сәбәпсе буласаҡ, ти ул. Рәсәй Украинаны еңә.

2025 – 2065 йылдарҙа Украина менән Рәсәй араһында һуғыш булмай.

2025 йылда АҠШ-ты Советтар Союзы яҙмышы көтә: ул тарҡаласаҡ. Илдә граждандар һуғышы башлана, штаттар тарҡалып бөтә һәм 2027 йылда ул супер держава булыуҙан туҡтай.

Евросоюз 2027 – 2032 йылдар араһында тарҡалып бөтә.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндан һуң әлеге ваҡытта бер кем дә белмәгән етәксе киләсәк. Уны барыһы ла ярата, ул харизматик шәхес. Яңы президент 1972 йылда тыуған буласаҡ, ти ул.

Был фараздарға ышанырғамы-юҡмы, һәр кемдең үҙ эше.

Әммә Сидиҡ Әфған бер ҡасан да яңылышҡаны юҡ, тиҙәр белгестәр.

Сығанаҡ: samyznal.ru

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА

https://omet-rb.com/articles/d-nyada-nil-r-bar/2023-01-23/matematik-sannar-kil-ch-kne-s-yli-3115471.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: