+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
25 Ғинуар 2023, 17:30

Балкондағы хазина

Берҙән-бер көндө яҙыусы ағай:–Егеттәр, яңы гарнитур килтерергә тейештәр, ҡыйын булмаһа, шуны өҫкө ҡатҡа мендерергә ярҙам итегеҙ әле, – тигәс, тәүге тапҡыр атҡа атланғандан да артығыраҡ ҡыуандыҡ, әй. Бәй, шулай булмаҫҡа әллә, шундайын шәхес кешегә шутлап һинән ярҙам һораһын әле! Тиҙерәк уның фатирын күрге килде.

Балкондағы хазина
Балкондағы хазина

–Өйө тулы китаптыр инде, –тине дуҫым Самат.
Беҙҙең кеүек туҫтаҡ-туҫтаҡ бәрәңге һуғып, ҡуйы һөт, әсе ҡатыҡ һемереп үҫкән ауыл малайҙарына ул ғы­на эш моңмы ни! Теге әйберҙәрҙе бишенсе ҡатҡа, күҙ асып йомғансы, шатыр-шотор ташып та ҡуйҙыҡ.
Баш ҡалаға яңы ғына килеп, илла-аллаға йәшәп ятҡан әҙәмдәргә, өс бүлмәле фатир хан һарайынан да ары күренде.
– Китаптары ҡайҙа икән?– тип бышылдаштыҡ үҙ-ара. Тегеләй-былай алан-йолан ҡарауыбыҙҙы һиҙепме, сәй ҡайнаған арала тип, яҙыусы ағай бүлмәнән бүлмәгә юрттырып йөрөп, үҙенең фатиры менән таныштырырға тотондо. Бүлмә һайын телевизор, ялтлап торған ши­фонерҙар, беҙ төштә лә күрмәгән тағы әллә нәмәләр. Стенаның буйынан буйына һуҙылып киткән шкафтағы ялтыр-йолтор шәшкеләрҙән, рюмкалаларҙан күҙҙәр ҡамаша.
– Кеше был тиклем дә яҡшы йәшәр икән! – Күҙебеҙ туҫтаҡтай булды. Ә беҙгә берәй кеше килһә, сәй эсергә шәшке таба алмай хыялый булабыҙ.
– Был стенканы күптән түгел генә килтерттек, булғас булһын тип, йомшаҡ мебелде лә кожанныйын алдыҡ, йыйын шаҡо- шоҡо менән өйҙө сүпләү килешмәҫ. – Яҙыусы ағай тәмләп-тәмләп һөйләй ҙә һөйләй. –Все тәки әкәй-шөкәй әҙәмдәр түгелбеҙ ҙә инде. Республикала мәртәбәле кешеләр. Береһенән-береһе дәрәжәле ҡунаҡтар ишек яғын һыуытмай. – Яҙыусы ағай был һүҙҙәрҙе әйткәндә, дөрөҫөн һөйләйем бит тигәндәй йөпләү көтөп, беҙҙең күҙҙәргә тура ҡараны.
Бына бөтә бүлмәләрҙе лә барлап сыҡтыҡ. Ә китап тигән нәмәнең остоғо ла күренмәйсе.

– Мужыт туҙан-фәлән йотоп тормаһын тип анау шкафтар эсенә тултырып ҡуйғандыр, – тип бышылданы Самат.
– Көн-төн тимәй яҙышҡан кешенең китап уҡып ултырырға ваҡыты ла юҡтыр, шуға юҡҡа расхутланып алып та тормайҙыр, – тинем мин.
Бер аҙҙан яҙыусы ағай:
–Әйҙәгеҙ, егеттәр, берҙе көйрәтеп ебәрәйек әле, –тип беҙҙе балконға әйҙүкләне.
Күҙ ҡарашыбыҙ менән эҙләгән хазинаны беҙ нәҡ шунда таптыҡ та инде. Хан заманындағы иҫке генә сервантта китаптар теҙеп ҡуйылғайны.

А. ХАЖИЕВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: