+1 °С
Болотло
Йәмил бара, ни күрһен, ҡыҙҙың атаһы поп. Поп әйтә:
– Ҡыҙымды беҙҙең динде ҡабул итһәң генә бирәм.
Ризалаша егет. Уны сиркәүгә алып киләләр. Кейемдәрен һалдырып, һин хәҙер Иван булаһың, тип өс тапҡыр һыуға батырып алалар. Йәштәргә христиандарса никах уҡыйҙар һәм улар поп өйөндә йәшәй башлай. Бына бөйөк пост килеп етә. Уларға был осорҙа итле, майлы аҙыҡ ашарға ярамай.
Бер көндө поп сиркәүҙән ҡайтып инһә, ни күрә. Йәмил ит ашап ултыра ти.
– Иван, һин нимә, беҙгә бит әлеге мәлдә ит ашарға ярамай!
– Кем әле бында ит ашай, мин картуф ашайым.
– Нисек инде ит картуф булһын?
– Ә ниңә булмаҫҡа ти. Мин бит уны: “Һин хәҙер картуф булаһың “, тип һыуға өс тапҡыр сумдырып алдым.
Фото: m.gazeta.ru –