-4 °С
Болотло
Бер көндө уларҙың дуҫлығының ныҡлығына тағы ла шаһит булдыҡ.
Кассир булып эшләгән Ҡәбиҙә аҡса тарата башлағайны, уныһы нишләптер бөтәһенә етмәне лә ҡуйҙы. Ҡайғыға ҡалған ҡыҙыҡай улай итте, былай итте.
– Яңылыш һеҙгә биреп ебәрмәнем микән? – тип аҡса алып өлгөргән кешеләрҙекен ҡабаттан һанап сыҡты.
Эш хаҡы алырға өмөтләнеп йөрөгәндәр ҙә ауыр һуланы.
– Хәҙер нишләрмен икән, бөгөн туйға барырға ине бит әле.
Шул саҡ төпкө бүлмәлә ултырған Фәғиләнең ҡыуаныслы тауышы ишетелде:
– Уй Аллаҡайым, әлдә генә үҙем алып өлгөрҙөм!
В. ҒАФУРОВ.