+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
6 Февраль 2023, 14:30

Тәүге дауа

(Дауахана һабаҡтары)Өлкәнәйгәс шул бит инде ул, баш сир-сорҙан сыҡмай. Әле үпкә ҡыҫа, әле дәвление күтә­релә. Саҡ ҡына бәрәңге ашар әмәл юҡ, ашҡаҙаның таш һымаҡ ҡата ла ҡуя. Кистән ни арыу йөрөгән һымаҡ бул­һаң, таң атыуға ба­шың тубал кеүек ярым үлек йөрөй­һөң.

Тәүге дауа
Тәүге дауа

Сәлимә инәй бы­ға­са балнис тип бәлә­сникләнмәһә лә, үҙен насарыраҡ тоя баш­лағас, ләж ятмаҫ элек тип, китте район үҙә­ге по­ли­клиникаһы­на. Ә ундамы! Инә­кәйем! Халыҡ мәх­шәр! Ярай ул аслы-туҡлы үҫкән ҡарт кеше инде, ә анау типһә ти­мер өҙөрлөк ир-аттарҙың, шалҡан кеүек таҙа бисәләрҙең ни ере бимазалай икән? Әллә бөтә әҙәм ауырыуға һабышҡан?
Барыһы ла, ҡасан сиратым етер икән тип ишеккә тилмереп текәлгән. Ә ул кәмемәй ҙә кә­мемәй. Кәмер ине лә, тик әллә ниндәй кешеләр сиратһыҙ-ни­һеҙ, беҙ хәҙер, бер генә минутҡа тип гөжләтеп инеп китәләр ҙә ба­талар. Бына ҡулына һәлмәк кенә пакет тотҡан, тәтәй кеүек кейенгән ҡатын кереп юғалды. Унан һуң ниндәйҙер төйөнсәкле ирҙең бик ашығыс эш булып сыҡты. Сәлимә инәй, анау ике әҙәмдән һуң минең сират тип ҡыуанып ултырғанда ғына, ишек асылды ла, аҡ халатлы фәреш­тәнең зәһәр тауышы яңғыраны:
– Ывсе!Бөгөн прием бөттө, иртәгә килерһегеҙ!
Араларынан берәү, күрәһең, иң йөрәклеһе булғандыр, йөрьәт итеп:
– Әлегә эш сәғәте бөтмәгән бит, – тип әйткәйне лә, врач кү­ҙенең ағы менән сәнсеп ҡараны:
– Әле телегеҙ сығамы! Бәлә һалып йөрөйһөгөҙ шунда! Ауы­рығанға һалышып, эштән ҡасып! Буштан-буш ашап ятырға йөрөй­һөгөҙ!
Иртәгәһен килеүгә лә халыҡ байтаҡ йыйылып өлгөргәйне. Тик сират тағы ла кисәге һымаҡ һис кенә лә ырамайсы.
– Эй, Хоҙайым, бөгөн дә ке­рәләмме-юҡмы,– тип һөйләнде Сәлимә инәй үҙ алдына. – Ҡош-ҡорттарымды күршемә генә күҙ һалып торорға ҡушҡайным. Шул саҡ йәнәшәһендәге ҡатын, уға сәйерһенеп ҡарап:
– Берәй утыҙ күкәйең менән банка ҡаймағың юҡ инеме ни? – тигәс, уның аптыраулы ҡара­шын күреп, хәстәрлекле ханым йәнә:
– Шулар менән тәүҙә врач­тарҙың үҙҙәрен “дауалап” алһаң, кисә үк эшеңде бөтөрә инең, – тип тә өҫтәне.

В. АЙҘАРОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: