-4 °С
Болотло
Кеше ҡасандыр баш йәрәхәте алһа, йоғошло ауырыу менән сирләһә, эш һәм ял режимы боҙолһа, эмоциональ һәм физик көсөргәнеш менән йәшәһә, невроз, стресс, депрессия, апатия йәки агрессия кисерһә – шулар күҙ ҡабағы тартыуға килтерә.
Уны бөтөрөү өсөн һуҡ бармаҡ менән күҙ тирәһенә еңелсә массаж яһау ҙа етә. Ә инде шундай күренештәр киләсәктә лә булмаһын тиһәгеҙ, туйғансы йоҡлағыҙ һәм ял итегеҙ. Туҡланыуға етди иғтибар бирегеҙ. Йәшелсә-емеш ашағыҙ. Бөтнөк һәм аҡсәскәләр һалынған тынысландыра торған сәйҙәр эсегеҙ. Эш һәм ял режимын үтәгеҙ. Һауала күберәк булығыҙ.
Фото: elitplus-clinic.ru