+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
7 Февраль 2023, 15:00

Телевизор тәрбиәһе

Бәләкәс Ислам һуңғы арала телевизор янынан һис тә китмәй. Теле иртә асылды, һәр өндө асыҡ итеп әйтә белә. Көндән-көн яңы һүҙҙәр отор­ға әүәҫләнеп алды, оҡшап ҡалғандарын кәрәкһә-кәрәкмәһә лә ҡулланып ҡуя. Реклама башланыу менән йүгереп килә, нимә тураһында һүҙ барғанын аңламаһа ла, ҡыҙыҡһынып ҡарай.

Телевизор тәрбиәһе
Телевизор тәрбиәһе
– Экскаватор!
– Йогурт!
– Абрикос!
– Макияж!
– Конъюнктивит!
Ата-әсәһе тәүҙә улдарының ҡатмарлы һүҙҙәрҙе еңел үҙләштереүенә ҡы­уанып бөтә алманы. Тора-бара баланың телевизор янынан китмәүенә саң ҡаға башланылар. Өлкәндәр «зәңгәр йәшник»те күп ваҡыт һүндереп ҡуйыуҙы ғәҙәт итеп алды. Ә малай тоҡандырыу­ҙарын талап итеп яу һала, ул ғына ла түгел, пультты ҡулынан ыс­ҡындырмай. Бәләкәй генә бармаҡтары ме­нән төймәләрҙең иҙ­мәһен иҙә.
– Сюрприз!
– Джигурда!
– Кариес!
Бер көн малай әсәһе менән дауаханаға барҙы. Табипҡа сират апаруҡ күренә. Бер әбей бәләкәсте янына саҡырып алды ла, тегене тубығына ултыртып һөйләндерә башланы. Исемен, баҡсаға йөрөү-йөрөмәүен белеште.
Кем менән дауаханаға килеүен дә һорашҡас, «Әсәйем менән», – тип яуап­ланы Ислам.
– Ә атайың ҡайҙа?
– Эштә.
– Ул кем булып эшләй?
– Алкоголик булып!
Ана шулай итеп сираттағы яңы һүҙен «оҫта» ҡулланып ҡуйҙы малай. Ә сираттағылар Исламдың әсәһенә йәлләүес ҡараш ташланы. Уларҙың барыһы ла, атай кеше эсә, ахырыһы, бала был һүҙҙе шул арҡала белә, тип уйланы, ә телевизор-«тәрбиәсе» арҡаһында түгел…
 
Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.
 
Автор:
Читайте нас: