+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
21 Март 2023, 10:00

Ир-егеткәй менән хат башы

Ғүмер буйы балаларға әлепте таяҡ, тип өйрәтеү генә етмәгән, ҡарт көнөндә өҫтәп немец телен уҡытыуҙы үҙ елкәһенә алғайны ҡасандыр Ғәптелйән бабай. Ә бер ваҡыт кәрәҙ телефоны исемле замана ҡаҙанышы ауылына килеп еткәндә, ҡарт ун биш йылдан ашыу пенсия ашай ине инде.

Ир-егеткәй менән хат башы
Ир-егеткәй менән хат башы

Алмаҫ та ине был телефон тигәнен, балалары, беҙгә кәрәк, тип үҙҙәре үк алдырып, көйләп ҡалдырып киткәйнеләр. Ҡалала йәшәп ятҡан ҡыҙҙарын аңларға була ла, ләкин теге бер ауылда дүрт өй аша донъя көткән улы ла шуға шылтыратып йонсота бит, ҡәһәрең. Ярар ҙа ҡарт ул аппарат менән дуҫ түгел, әммә ҡарсығы мөкиббән китә инде лығырҙарға тиһәң.

Һөйләшеү генә түгел, хатта хат та яҙышалар икән. Бер көн ҡарт күреп ҡалды, латин хәрефтәре менән ниндәйҙер хәбәр килгәйне.
– Әллә инглизсә яҙғандар инде? Уҡыр инем дә, тик ары-бире немецсә генә һупалайым шул.
– Башҡортса яҙылған бында, атай. Настройкаһы боҙолоп китә лә, латин хәрефтәре менән сыға ла ҡуя, – тип аңлаты уға улы Ғаяз.
– Шулаймы? – тип кенә әйтеп ҡуйҙы ҡарт...

Төн уҙып бара ине. Инде Ғәптелйән бабай икенсе ҡабырғаһына боролоп ятырға ғына булғайны, телефон ғәләмәте сыйҡ итеп тауыш сығарып ҡуйҙы. Әллә берәйһе шылтырата инде таң менән, тип, ғәҙҙәтәгесә, ҡарсығының ҡулбашына ҡаты ғына итеп бер төкөнө. Әммә тегеһе ыжламаны ла. Аптырағас, бабай телефонды ҡулына үҙе алырға булды. Әйтерһең дә, кәйефе уның бөгөн иҫ китмәле булып уянған. Тик ҡапыл экранына күҙ һалыу менән, ҡорт саҡҡандай, урынынан ырғып тороп кейенде лә, ҡайҙалыр сығып та юғалды...

Ҡарсығы Ғәптелйәндең юҡлығын һиҙемләп йоҡоһонан уянған сағында, бабай өйгә инеп килә ине.
– Бынау, Ғаязды әйтәм. Үҙе телефондан яҙған, барһам, бер ни белмәй йоҡлап ята. Инеп арбаҙына бейәһен дә ҡарап сыҡтым. Бына тигән баҫып тора, – тип ул улын һүгә ине.
– Кем яҙған, нимә тип, ниндәй бейә?
– Кем яҙһын малайыңдан башҡа. “Бейә өйәләне”, тигән. Уҡы, бәй миңә ышанмаһаң.

Әбей телефонын ҡулына алды. Унда “Bee Line”, тип яҙылғайны.

Раушан ҒӘЛИМОВ.

Автор:
Читайте нас: